-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Август 2023, 14:00

«Мин дә кеше лә баһа!..»

Камил ФАЗЛЫЙ шиғырханаһы. ҠАЙҺЫҺЫ ИҢ ЕГӘРЛЕ? Ауылымдың ир заттарыБәхәс ҡороп ебәрҙе:– Кемдә нәмә тиҙ өлгөрә?Ҡайһыбыҙ иң егәрле? Мәрйәм Ғәбделхәйе шул саҡ:– Еңеү миңә төшә! – ти, – Баҡсала сортлы бәрәңгемАй ярымда үҫә! – ти.  

«Мин дә кеше лә баһа!..»
«Мин дә кеше лә баһа!..»

– Ә минең, – ти, – Хәләф әйтә, –
Ҡаҙанышым – ҡыяр, – ти, –
“Скороспелкам” тиҙ өлгөрә,
Урын етмәй ҡуйыр, – ти.

Яңы өйләнгән Мөрфил дә
Ҡаҙанышын белгертте:
– Минең кәләш өс аҙнала
Бәпес табып өлгөрттө!

ШАРТЛЫ ХӨРМӘТ

Ейәнем менән гәпләшәм,
Йәше әле өс кенә.
Әммә теле телгә йоҡмай,
Булһа ла бик кескенә.

– Бына әйтсе, ейән, – тимен, –
Мин лайыҡмы ҡәҙергә?
Ейәнем маңлайын ҡашый:
– Уйлайым, – ти, – хәҙергә.

Олатай, – ти, – һорау ауыр,
Эх, – ти, – яуапты белһәм...
Әһә, ҡәҙерле булырһың,
Туңдырма алып бирһәң!

ҺӨМҺӨҘ “ДӨРӨҪЛӨК”

– Минең һүҙ хаҡ!
– Юҡ – минеке! –
Беҙ бәхәскә керештек.
Тел ҡеүәтен эшкә ектек,
Ҡайһыбыҙҙа дөрөҫлөк?

Мин телләшәм, ул һүҙ бирмәй,
Бәхәс һис тә сиселмәй.
Мин уныҡын кире ҡағам,
Ул минекен төшөнмәй.

– Дәлилемде мөһөр менән
Раҫлайым, – тип, – үҙеңә,
Көтмәгәндә йоҙроҡ төйнәп
Тондорҙо күҙ төбөмә...

Һөҙөмтәлә, кәйефем юҡ,
Көнөм ҡара, ҡара таң.
Уның “дөрөҫлөгө” “балҡый”,
Көҙгөләргә ҡараһам...

АЛДАШМАЙ

Ни һорама, мөдир, юҡ, ти,
Ҡойоп ҡуйған кире хам.
Яуабы бер:
– Көнө-төнө
Кеше өсөн тырышам!

– Ышанмайбыҙ! – тинек уға, –
Байлыҡ аға үҙеңә.
Ихатаңда фин саунаһы
Һәм коттедж төҙөлә.

Кеше өсөн тырышам, тип,
Нисек телең алдаша?!.
– Нишләп алдашайым?! – ти был,
Мин дә кеше лә баһа!

ЕЛӘКЛЕКТӘ

Еләк йыя гүзәл заттар,
Тулып килә силәктәр.
Йыя-йыя гәпләшәләр,
Ишетелә теләктәр:

– Бөтәһен бушҡа бирәһең,
Мең рәхмәтлебеҙ, Хоҙайым.
Ауыҙ итәбеҙ сейәңдән,
Ҡарағаттан көн һайын.

– Ә бит кибеттәргә инһәң,
Артҡан тауар хаҡтары.
– Кәмегәнен ишеткән юҡ,
Күҙ алдында – артҡаны.

– Шайтан таяғылай үҫә,
Оят та юҡ, намыҫ та.
– Ун ҡап сәй хаҡы түләйбеҙ
Бер эрзинкә галушҡа...

– Әлдә Хоҙай туйындыра
Байлыҡҡа һәм ниғмәткә...
– Еләккә хаҡ артҡан, тиҙәр,..
– Бәй, һатайыҡ ҡиммәткә!

ХӘТЕРҺЕҘ

– Һин – уҡыусы хәҙер, балам,
Бул йыйнаҡ һәм тәртипле.
Йоҡонан уяныу менән
Йыуырға кәрәк битте.

Сәс тарамай, теш ағартмай
Ултырмайҙар табынға.
Бөхтәлеккә өйрәнеп ал
Тап уҡыусы сағыңда.

– Хәтерең юҡ икән, әсәй,
Ҡорма әле тамаша–
Бөгөн мәктәпкә бармайым,
Бөгөн ял көн дә баһа!

 

Автор:
Читайте нас: