+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Сентябрь 2023, 10:43

Мин үткәндә хатта урам тар!..

Йәш ҡатындар, һомғол буйҙарынаКейеп ҡарап, күлдәк һайлайҙар…Нимә кейһәләр ҙә, һай, килешә!Йәлләберәк миңә ҡарайҙар…

Мин үткәндә хатта урам тар!..
Мин үткәндә хатта урам тар!..

Йәш ҡатындар, һомғол буйҙарына
Кейеп ҡарап, күлдәк һайлайҙар…
Нимә кейһәләр ҙә, һай, килешә!
Йәлләберәк миңә ҡарайҙар…
…Тал-сыбыҡтай нескә буй-һындарым
Өйәңкеләй булып нығынған,
Тик йәлләргә мине ашыҡмағыҙ –
Мин түгелмен һеҙгә күҙ ҡыҙған!
Йәшлек иҫәрлеге артта ҡалған,
Аҙмы-күпме аҡыл йыйылған.
Миңә хәҙер ярай бөтәһе лә!
Бер нәмә юҡ миңә тыйылған!
Эй бигерәк оҡшай ошо йәшем:
Өй төҙөлгән, бала иламай,
Аҡыл өйрәтерлек бер кем дә юҡ,
Бер кем минән отчет һорамай.
Буй-һын һаҡлап, ҡурҡып тораһы юҡ,
Ни теләйем – шуны ашайым,
Барыр ергә тыныс бара алам, -
Үҙем теләгәнсә йәшәйем!
Урыҫ әйтә:”Бер туҡмалған өсөн
Ике туҡмалмаған бирәләр” –
Бушҡамы ни яҙмыш типкеләгән?
Юҡҡамы ни булған үпкәләр?
Иҫәр йәшлек, шөкөр, артта ҡалған,
Сал ҡартлыҡҡа әле ваҡыт бар,
Самый ҡолас ташлап йәшәр ваҡыт!
Мин үткәндә хатта урам тар!
Йәлләмәгеҙ мине, йәш һылыуҙар,
Һайлап-һайлап күлдәк кейегеҙ,
Минең күңелдәге шатлыҡ, байлыҡ
Күлдәктәрҙән матур, белегеҙ!
14.04.2014.
Фирүзә Абдуллина .

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: