+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
17 Октябрь 2023, 11:00

Ҡояштың да хәҙер йылыһы юҡ...

Ҡояштың да хәҙер йылыһы юҡ,Ҡар һыуығы иҫкән елдәрҙә.Ҡоштарҙың да һуңғылары китә,Ҡыш сығырға йылы илдәрҙә...

Ҡояштың да хәҙер йылыһы юҡ...
Ҡояштың да хәҙер йылыһы юҡ...
Урманда ла тынлыҡ, ара-тирә
Әллә ҡайҙа ҡоҙғон ҡысҡыра.
Әллә яңғыҙлыҡтан, әллә аҙашыпмы -
Дуҫ-иштәрен эҙләп саҡыра?

Тирмән быуаһын да боҙ ҡаплаған,
Ҡыр өйрәктәр бөгөн күренмәй.
Тик күңелдә һаман өмөт йәшәй,
Йәйҙән ҡалған йылы һүрелмәй...

Яр буйында талдар күрәме икән
Тәлгәштәрен боҙло көҙгөлә?
Күңелемде семтеп һыҙлатһа ла,
Мин өйрәндем кеүек көҙгә лә...
Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ.
Фото: yandex.ru
Автор:
Читайте нас: