Шарт-шорт итеп ҡалды ҡоро үлән,
Бәшмәк саңы ҡалды борхолдап,
Томан эсендәге урман буйлап
Ике болан үтте бер юлдан.
Мүк өҫтөндә ҡалған эҙҙәренә
Өҙөлөп төштө бешкән көртмәле,
Ҡандай ҡыҙыл үҙе, иренеңә
Буяу итеп кенә һөртмәле.
Арҡа терәшешкән ҡарағайҙар
Шығырланы хатта тейеп тешкә,
Көн көрәйеп баҫты, риза булып
Үҙе ҡойған хозур күренешкә!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Фото: krasivoe-foto.ru