Хәҙер барыһы бүтәнсә төҫ алып,
Әйләнеп китер төҫлө һәйбәткә.
Йәйҙең эҫелеге, оҙонлоғо,
Йәме әллә хатта еләткән.
Көҙгө һалҡын елдәр үпкәләрҙән
Бар үпкәне елләтер ҙә һымаҡ,
Беҙҙе көткән иң бәхетле көндө
Инде генә тиҙләтер ҙә һымаҡ.
Эх, йәшлеген яратам ошо көҙҙөң,
Йәшлек ҡанатлы һәм гел матур.
Тик ҡанаттар иңдә түгел күктә,
Көҙҙөң яҙын ҡоштар оҙатыр.
Гөлнара Хәлфетдинова.
-4 °С
Болотло