Бынау һырҙар – зитҡа тейеп-тейгән,
Кәүҙәләрҙе әйт – алыҫ Барбинан,
Һин былай ҙа матур тигәндәргә –
«Ҡуйһаңсы әле! Китсе! Бар бынан!» –
Тиеп, көйәләнеп күҙ ташлайбыҙ
Әле генә төшкән рәсемгә.
Ниңәлер йән көйә өндәшһәләр:
«Көйәләнмәсе, юҡҡа әсенмә!»
Ваҡыт уҙғас нисек ошо фотоң
Күренһен ти булып иң-иң шәбе? –
Үәт, шуныһы инде иң ҙур тылсым,
Шуныһы инде уның – ғәжәбе!
...Ҡара, былтыр бит арыу булғанбыҙ!
Ә ул саҡта ҡалай мыжығайныҡ!
Бер уңышлы кадр сыҡмаған, тип,
Эй ҡаңғырып, эй ҙә мыжғығайныҡ!
Ҡуйып ҡуйма интернетҡа, тиеп,
Әхирәт, һин киҫәткәйнең ҡат-ҡат –
Шул былтырғы фото хәҙер оҡшай,
Хатта ҡиммәт торор кеүек һатһаҡ.
Ә әлеге рәсем әллә ниңә
Бөтөнләй ҙә камиллыҡтан йыраҡ,
Ник мәлендә үҙеңә һин ситен,
Йырағайған һайын – яҡыныраҡ...
Иҫке фото шундай матур гелән,
Унан ҡараусы беҙ гел йәшерәк,
Әй ул рәсем, күҙ бәйләүсе рәсем!
Фотоға сыҡмай мәңге йәш йөрәк!
Фото: mos.ru