+16 °С
Облачно
Шиғырҙар
9 Апреля 2025, 06:00

Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә...

Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә.Асылырға торған бөрөләрҠояш нуры төшкән бер мәлдә лә Яҙ hауаһын нығыраҡ бөркөрҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә...Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә...
Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә...

Үҙәндәрҙең иркен бүләк итәм.
Иләҫ-миләҫ иҫкән елдәрҙе.
Зифа талдар ҡосоп һыйындырған,
Турғай һуҙған талғын көйҙәрҙе.

Шаян тамсыларҙың түбәләрҙән
Бер-бер артлы һикереп бейеүен,
Боҙҙан арыныуға һөйөнөп туймаҫ
Йылғаларҙың шарлап көлөүен.

Ләйсән ямғырҙарҙы бүләк итәм,
Гөрләүектәр йыуған тауҙарҙы,
Ҡар һыуҙары оҙатҡан инеш буйын..
Беләм - яратаһың уларҙы.

Бүләк итәм ҡамыш һыҙғырғанын,
Киң болондо, ауылым таңдарын,
Көтөүсенең дәртле йырлауҙарын,
Сыбыртҡының ғорур яңғырауын...

Ренат Ғәлиәскәр.

Автор:
Читайте нас