

Кәңәштәр.
Һарандарҙан һөт һорарға яҙмаһын -
Тотторорға тура килер ҡаймағың.
Яуыздарҙың ярҙамына ҡал мохтаж -
Ата - инәңде иҫкә алыр таж да баж.
Көсөң тамам бөткән саҡта беләктә,
Көсһөҙҙәрҙең йоҙроғона эләкмә.
Тағы ла бер кәңәшемде тотоп үт:
Кем кәңәште бик күп бирә - тотоп һуҡ!
....
БИРЕШКӘНМЕН...
Минән "бөжәк" тиеп көлдөң,
Үс итеп, үсекмәнем, -
Бөжәк - һандуғас ризығы
Икәнен белә инем.
"Эт" тиеүеңде шунда уҡ
Үткерлеккә юраным.
"Сусҡа" - тигәс, таҙамындыр,
Көрмөндөр, тип уйланым.
Йылдар үтте. Яңынан-яңы
Ҡушамат таға торҙоң.
Шуларҙың кәрен йомшартыр
Дәлилдәр таба торҙом.
Бер көн килеп,
мулла ҡушҡан
Исемем менән өндәштең.
Уйлап ҡуйҙым: "Ваҡыт һине
Төҙәтте бит, төҙәтте".
Ә шулай ҙа,
ҡыуанһам да,
Тағы ла бер уй игәй:
"Ҡушамат та таҡмаҫ булғас,
Хөртәйгәнмен мин бит, әй.
Бирешкәнме-ен..."
....
ЙОМАБАЙ ТУРАҺЫНДА ЙЫР
Йомабай тиҙәр уны,
Бик ябай тиҙәр уны.
Бурысҡа нимә алһаң да,
Һорамай тиҙәр уны.
Ҡыҙҙар уны яратмайҙар,–
Кейгәне – иҫке, тиҙәр.
Һөйләгәне – анекдот та,
Белгәне – эске, тиҙәр.
Эшләгәндә – эш емертә,
Эшләмәй ҙә көн итә,–
Уға көнөнә бер икмәк,
Йә бер сәйнүк сәй етә.
Уйнай ул ҡурайында ла,
Уйнай гармунында ла.
Эсе бошһа, йырлап ҡуя
Япа–яңғыҙында ла.
Бесән саба апаһына,
Өй һала ағаһына.
Улар уға "эш хаҡы", тип
Бер–ике ярты һона.
Малай тимәйҙәр уны,
Ағай тимәйҙәр уны.
Үҙҙәре мал бүлешкәндә
Юрый күрмәйҙәр уны.
Йомабай тиҙәр уны,
Алабай тиҙәр уны,
Ҡалымдан ҡайтҡанын күреп,
Алалар йөҙәр һумын.
Алығыҙсы, оялмағыҙ,–
Йомабай сумарт бит ул.
Этенә лә, бетенә лә
Бер туған с(ы)ват бит ул.
Йомабай бит был донъяға
Кешеләр, тиеп килгән:
Кешеләр, тип, ярлыланып,
Кеше кейемен кейгән.
Үтһә үтер ғүмерҙәре
Кеше кейемен кейеп,
Кеше ҡалдығын ейеп.
Беҙҙән ул ярҙам һорамаҫ,
Үлмәҫ, йәндәре көйөп:
Үҙ ҡәберенә тупраҡты
Үҙе лә ҡуйыр өйөп.
...Беҙ генә ҡалырбыҙ бында
Үҙ–үҙебеҙҙе һөйөп.
Буранбай Исҡужин.