

Дүрт юллыҡтар
Татлы телдә тапма терәгеңде,
Тел тормошта – аҡыл ҡоралы.
Телде баллап, ҡайһы бер йөрәктә
Ҡара йылан ята уралып.
***
Бәғзе кеше кескәй йөрәгендә
Һиҙә ҡалһа төтөн әсеһе:
– Мин дә ҡояш була алыр инем,
Күктә урын юҡ, – ти нәфсеһе.
Тимер НИӘТШИН.
ТЕЛМӘР
Муллыҡта йәшәһә Кеше,
Теле сиселә башлай –
Беҙ йөҙөп барған яхтаның
Төбө тишелә башлай.
Кешене гел кабалала,
Бурыста тотоу кәрәк,
Хаҡтарҙы гелән күтәреп,
Тонуста тотоу кәрәк.
Үлмәһен, йәшәмәһен дә,
Тәүбәгә ҡайтһын Кеше.
Беҙгә табынып, көн итеп,
Йыуаныс тапһын Кеше!
Эш хаҡы икмәк-сәйлеккә
Етер-етмәҫлек булһын,
Ҡойроғо боҙға йәбешеп,
Эштән китмәҫлек булһын.
Беҙгә булған асыуҙарын
Йоторлоҡ булһын Кеше,
Ауыҙ асып, һүҙ әйтергә
Ҡурҡырлыҡ булһын Кеше!
Ағай-эне урлашҡанды,
Күрмәмеш булһын Кеше.
Күргән-белгән хәлдәрҙе лә,
Белмәмеш булһын Кеше!
Беҙ ни генә ҡыланһаҡ та,
Гел риза булһын Кеше –
Ауыҙ йырып, билен бөгөп,
Ҡалтырап торһон Кеше!
Тик шул саҡта тормош гөрләр,
Бизнестар сәскә атыр,
Сит ил банктарындағы
Аҡсабыҙ үрсеп ятыр!
Үҙебеҙҙең эш хаҡтарын
Арттырырбыҙ тағын да –
Сөнки Беҙ уяу торабыҙ
Мул тормоштоң һағында!
...Шундай тоҙһоҙ хәбәр һөйләп,
Телмәр тота, кис һайын,
Депутатмын, тип, һаташып,
Дурдомдағы Хөсәйен.
Главврач нимә ҡарай,
Тәртип яғын көйләмәй!?
Ысын депутаттар һис тә
Бындай телмәр һөйләмәй!
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.
Шуға күрә...
Ҡый баҫҡан баҡсаны берәү
Үлеп маҡтай. Матур, ти.
Күҙҙәре әллә насарҙан
Айырмай матурлыҡты?
Белеп булмай ҡапыл ғына
Был кешенең «мотивын».
Маҡтамаҫты маҡтағансы,
Ҡулға алып мотигын,
Таҙартһасы ҡый үләндән
Йәмһеҙләнгән баҡсаны,
Юхаланып түгел, эшләп
Алыр ине аҡсаны.
Илем – баҡса. Ҡай берәүҙәр
Юҡты маҡтап көн күрә.
Йәнем көйөп китә әле
Ҡайһы саҡ шуға күрә.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.
Шайтан-кәзә
Мунса яҡтым ялдар еткәс,
Яңы миндек ебеттем.
Шатлығына сыҙай алмай,
Минең хәләл ефетем.
Эҫе мунсаға бармайым,
Сөнки башым әйләнә.
Эҫеһенә түҙер инем,
Барһам, ҡатын бәйләнә.
Үҙе генә китте ҡатын,
Сабынырға кинәнеп.
Аҙ ғына ла торманы,
Ҡайтып керҙе енләнеп.
– Үҙең бар, – ти миңә ҡатын, –
Унда мөгөҙлө шайтан.
Башҡа аяҡ баҫмайым, – ти, –
Хәҙер, әсәйгә ҡайтам...
Үҙем ҡурҡам... Ә шулай ҙа
Булдым барып ҡарарға.
Үҙ алдыма һөйләнәмен:
– Ҡурҡма, Йәмил, юҡ-барға.
Барып керһәм мунсаға,
Тора унда кәзәкәй.
Уны күреп ҡурҡышымдан,
Иҫкә төштө әсәкәй.
Кәзә-шайтан керер тип
Кем генә һуң уйлаған.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән
Бер миндегем ҡалмаған.
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН.