Банк үҙенең рәсми сайтында яңы уйлап табылған хәләл инвестициялар фондын: “Компанияның акцияларын шәриғәт ҡанундары нигеҙендә инвестициялаған биржа фонды” тип атаған. Әммә хәләл тигән фондта сусҡа һүрәте булыуына беҙҙең мосолман халҡы был хайуандың исламда “таҙа түгеллеген” иҫбатлап, социаль селтәрҙәрҙә ризаһыҙлыҡ белдергән.