-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
8 Апрель 2022, 12:00

“Тәмле ашаған – тартышҡан”

Өфөнөң Калинин районы суды «мутлашыу» статьяһы буйынса урындағы берәүгә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығара.

“Тәмле ашаған – тартышҡан”
“Тәмле ашаған – тартышҡан”

Ир селтәрле магазинда администратор вазифаһында эшләгәндә һатып алыусыларҙан тауарҙарҙы кире ҡайтарып биреү программаһына инеү мөмкинлегенә эйә булған. Ошонан файҙаланып, ул 79 тортты 9999-шар һумға фиктив кире ҡайтарған. Шулай итеп, енәйәтсе 2021 йылдың ғинуарынан апреленә тиклем 730 мең һум самаһы аҡса урлаған.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таный. Суд уға ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған һәм килтерелгән зыян суммаһын түләттергән. 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: