Ул эшләгән ерҙә машинаны ҡуйырлыҡ түгел, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған. “Туҡтау тыйыла” билдәһе аҫтында икенсе рәт булып “аварийкаға” баҫтым. Гаишниктар оҙаҡ көттөрмәне, ҡәнәғәт ҡиәфәттә уратып алдылар.
– Хәйерле көн, сержант Петров! Ҡағиҙә боҙабыҙмы?!
– О-о-о, мин һеҙҙе көтә инем.
– Аңламаным.
–Бына бер иҫәре сыйҙырҙы ла (бамперҙағы иҫке сыйылған эҙҙе күрһәтәм) ҡасты. 02-гә шылтыраттым, ике сәғәт көтәм инде, һаман юҡтар.
– Ә-ә-ә... юҡ, был беҙгә ҡағылмай...
– Нисек ҡағылмай? Һеҙ тикшереү төркөмө түгелме ни?
– Ю-у-уҡ, беҙ түгел. Үҙегеҙҙең экипажды көтөгөҙ.
– Һеҙ ҙә протокол төҙөй алаһығыҙ бит! Нимә, миңә бында уларҙы өс сәғәт буйына көтөргәме ни?
– Ю-у-у-ҡ, көтөгөҙ!
Шулай тинеләр ҙә патруль машинаһына ултыра һалып тиҙерәк тайыу яғын ҡаранылар.
Ул арала ҡатыным да килеп етте.
А. ДАНИЯРОВ.