-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Ноябрь 2022, 12:00

Ирһеҙ ҡалдым...

Сәхнәлә өҫтөнә ир-ат плащын кейгән Фәрхәнә микрофон тотоп тора.Уф-ф, уйламағанда ирһеҙ ҡалдым... Һөйләгәс, һөйләйем инде баштан... Фәрхәт артымдан тотам да ҡалмай йүгерҙе бит: «Һине яратам, Фәрхәнә!

Ирһеҙ ҡалдым...
Ирһеҙ ҡалдым...

Бешкән еләктәй ирендәрең, алма һымаҡ алһыу йөҙөң, ҡыйғас ҡара ҡаштарың, мөләйем ҡараштарың күҙ алдымдан китмәй. Тоғро тормош юлдашың булырмын», – тине.
Уның яҡты күңелле, егәрле егет икәнен күрәм. Уйсан ҡарашлы, буйсан, тәүәккәл Фәрхәткә башкөллө ғашиҡ булдым – өйләнешергә ризалаштым.
Донъя йөгөн хәләлем менән бергә һөйрәү еңел: татыу, етеш йәшәй инек... «Татыу, етеш йәшәй инек», тинем дә ул... Фәрхәтемдең телевизорҙағы ҡатын-ҡыҙға упайып ҡарауын күргәс, тыныс­лығым тиҙ юғалды. Тынын үрә ала Фәрхәт бәдбәхет: һоҡланыуы шул ҡәҙәре – уң күҙенең ҡашы һикерепме-һикерә. Яттарға ҡарап мөкиббән киткән Фәрхәтте күҙәтеү бер ҙә рәхәт түгел: йоҡом ҡасты, ашауҙан яҙҙым. Донъя көтөүҙән биҙә башланым. Уйланам. Бәй, шул ҡатын-ҡыҙҙар һымаҡ мин булдыра алмайыммы? Ғүмер һөрөүемде үҙгәртер өсөн тәүҙә үҙем үҙгәрергә тейешмен.
Сәбәләнмәй генә фекер йөрөттөм һәм әмәлен таптым – Мәскәүҙә йәшәгән Фәрихә һеңлемә оҙаҡҡа ҡунаҡҡа барырға ҡарар иттем.
Аҡсаны буйтым алдым да остом Мәскәүгә ҡарап. Баш ҡалаға ҡабаланып килеүемдең серен белгәс Фәрихә һеңлем телһеҙ ҡалды.
– Ниндәй заманаға аяҡ баҫтыҡ: кем нимә теләй – шуны эшләй, оялмайҙар ҙа! Етмәһә, һин мәнһеҙ, мәғәнәһеҙ бән­дәгә әүерелергә теләйһең... – ҡәҙерле һеңлем түгелеп илай...
– Фәрихә, ҡайғырма! Әйт, мин кемдән кәм? Бөтә Рәсәй шундай ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап, таң ҡала.
– Бур байҙарҙың, олигархтарҙың ҡатындары, һөйәркәләре шаша!
– Фәрихә, иркәм, һин дә аҡса йый! Заман заңдарынан һин дә артта ҡалма. Түштәрен йәшермәй, сабаталай ауыҙ­ҙарын саҡ асып һөйләгән артисткалар һәм бүтән һөнәр эйәләре, башҡа ҡатын-ҡыҙ бихисап – күптәргә оҡшай был ғәҙәт. Еҙнәң уларҙы телевизорҙан күрһәткәндә иҫе китеп ҡарап ултыра.
– Бәй, еҙнәм ниңә елбәҙәкләнә икән? Етди, аҡыллы кеше ине лә... Һине генә өҙөлөп ярата ине...
Ҡыҫҡаһы, операцияларҙы тиҙ яһат­тым. Аҡса тигәнең һәйбәт «һөйләшә». Табиптарға ҡытлыҡ юҡ. Хирургтарҙың үҙ-ара конкуренттар икәненә лә төшөндөм, клиенттарға болашып торалар.
Шулай итеп, ирендәремде киңәйт­терҙем, түштәремде футбол тубы ҡәҙәре ҙурайттырҙым, танауымды ҡыҫҡарт­тырҙым. Тик танауым үҙемә оҡшамай –йәмшеккә әйләнгән. Әллә аңлата алманым, әллә табиптың оҫталығы самалы булдымы икән? Нисә мәртәбә бик ихлас сантиметр менән танауымды үлсәгәйне, ҡағыҙға һыҙыҡтар һыҙмаҡланы.
Бәләкәйҙән насар ишетәм. Ҡолаҡ­тарымды ла үҙгәрттерҙем. Фәрихә һеңлем бик аптыраны: «Ишәк ҡолаҡтары һымаҡ» тип йөҙөн сирҙы. «Булһа ни... – тим, – алҡаларым алыҫтан күренеүенә һөйөнәм! Бәлки, яҡшыраҡ ишетермен».
Оҙон сәстәремде иңбашыма тараттым да, бер ҙә тараманым. Аҙна үтеүенә сәстәрем ойпаланып-ойошоп, уҡмашып дан «прическа»ға әйләнде.
Тағы ни эшләргә? Бәй, Фәрхәтем: «Минең Фәрхәнәм - айым! Ҡояшым!» тип ҡосаҡларға ярата бит. Уң беләгемә – ҡояш, һулына – ай һүрәтен төшөрттөм. Татуировка уңышлы булды. Сираҡ­тарыма ла һүрәттәр яһатырға ине лә иҫәбем, аҡсам бөттө. Етмәһә, Фәрхәт көнөнә ике-өс мәртәбә шалтырата: «Ҡайт! Зарыҡтыраһың мине, ҡәҙерлем!» – ти. Ҡайтам, ҡайтам – хәләлемдең кинәнесен йәһәтерәк күрәһем, ҡосағына тиҙерәк сумаһым килә – мин дә шул ҡәҙәре һағындым.
Фәрихәнән аҡса алдым – бурысҡа батһам баттым: яңы кейемдәргә кейендем. Тегенселәр яңы моданы һәйбәт үҙләштергәндәр икән: оҙонлоғо егерме сантиметр юбканы, иҙеүһеҙ-еңһеҙ кофтаны йәһәт тектеләр.
Ҡайттым. Квартираға керҙем. Фәрхәт аш-һыу бүлмәһендәлер, балыҡ ҡыҙҙыра шай – еҫе таралған.
– Фәрхәнәң ҡайтты! – тип ҡысҡырам.
Кухнянан биленә алъяпҡыс бәйләгән, ҡулына тәрилкә тотҡан Фәрхәтем килеп сыҡты ла шаҡ ҡатты. Шунан ҡыуа башланы, тәрилкәһен миңә елгәрҙе:
– Кит! Тиҙ сығып кит! Хәҙер ҡатыным ҡайта, телефонға шылтыратты. Һине күреп йөрәге ярылыр! – тип йәнтәс­лим екерә.
– Мин – һинең йәмә­ғәтең Фәрхәнә! – тим, ауыҙымды саҡ асып.
– Һин – Туҡай шүрә­леһе! Ҡытыҡ­лап үлте­рергә кил­дең­ме?
– Фәрхәт, теле­визор­ҙағы ошондай ҡиәфәт­тәге ҡатын-ҡыҙҙарға ҡы­ҙығып, тилмереп ҡарап ул­тырғаныңды күре­үе миңә рәхәт, тиһең­ме? Хәҙер минән, хәләл ефе­теңдән, күҙҙәреңде ал­маҫ­һың. Был ай менән ҡояш татуировкаһын һи­нең һүҙҙәреңдең ҡә­ҙерен белгәнгә яһаттым. «Айым минең! Ҡояшым минең!» тип һамаҡлайһың бит.
Ай менән ҡояш хаҡындағы мәғлүмәт Фәрхәткә мине танытты ла инде – Фәрхәнә икәнемә ул ышанды.
– Ярым яланғас бисураларға һоҡланып таҫрайманым. Сабата иренле, һауыл­маған һыйырҙың елене кеүек ҙур түштәрен кәпәйткән бисараларҙы күреп сикһеҙ аптырауымды һоҡланыу тип уйлағанһың икән. Көнләшеүеңде белдерһәң, мәлендә аңлашыр инек. Алама шөғөл тиҙ тарала. Һинән өлгө алып, хәҙер әхирәттәрең шайтанға әй­ләнә башлаһа, бәлә бит! Тфү! Бахыр бәндә үҙен шулай ғәрипләр икән! Мине эҙләмә! – ирекәйем рюкзагына кейем­дәрен ҡабаланып тултырҙы ла, тотоп алмаһын, тип ҡурҡтымы, йәһәт кенә сығып китте. (Өҫтөндәге плащын һаҡ ҡына һыйпай.) Әлдә плащын онотҡан – шуны кейәм, үҙемде һөйөклөмдөң ҡосағындамын, тип рәхәтлек хисе кисерәм.
Ниндәй генә эшкә тотонһам да силикон түштәр ҡамасаулай, ҡамыр баҫыуы ҡыйын. Хәҙер бәлеш, бөйөрөк бешер­мәйем. Кибеттән алған ризыҡтар менән мөрхәтһенәм.
Бесәйем үҙенә яҡын килгәнемде оҡшатмай – яман мыяулап йә диван, йә өҫтәл аҫтына боҫа. Тутыя исемле тутыйғошобоҙ: «Сибәрһең! Сибәрһең! Яратам! Яратам!» – тип ҡысҡырмай. Фәрхәт өйрәткәйне. Мине күреү менән ҡанаттарын йыйып, кәкре суҡышын шаҡылдатып, башын уңлы-һуллы бороп ҡарай ҙа, ситлек артына ҡаса.
Таныш-тоноштар мине танымай, һөйләгән хәбәремде аңламай.
Бына шулай минең хәлдәрем. Хоҙайым, бүтәндәр бындай бәләгә тарымаһын!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: