Фатирҙа үле тынлыҡ урынлашты. Рузалин һәм Сәмсүрә өсөн иң ауыр һорауҙарҙың береһе ине был. Йыл һайын улар шулай икеһе бер ваҡытта ялға сыға ла ҡайҙа барырға тип баш вата. Сит илгәме, әллә үҙебеҙҙәге ял йортонамы, әллә шифаханаға барырғамы, тип, улар оҙаҡ бәхәсләшә. Һайлау бик ауыр эш – айырыуса аҡсаң таҡы-тоҡо булһа.
– Берәй нәмә уйлап табырбыҙ әле... – тигән булды Рузалин ҡатынын тынысландырырға теләп.
Киске аш ваҡытында ҡатыны ошо мәсьәләне тағы ҡуҙғатты.
– Кешеләр кеүек Төркиәгә барып, диңгеҙҙә һыу ҡойоноп, ҡыҙынып ҡайтһаң икән ул, – тине Сәмсүрә. – Әллә быйыл тәүәккәлләйбеҙме?..
– Ғүмергә бер барғанда шәп булыр ине, ҡарсыҡ, – тине Рузалин. – Тик аҡса самалы бит. Ял итеүен итерһең, унан һуң да йәшәйһе бар бит әле. Ҡайҙан аҡса табырбыҙ? Тағы бурысҡа батҡы килмәй. Кредит түләй-түләй арып бөттөк... Бәлки Ҡара диңгеҙ буйына – Адлерға йәки Анапаға ғына барырбыҙ?
– Унда самолетта барам тиһәң, билеты бик ҡиммәт. Етмәһә, көн һайын самолет шартлауы тураһында һөйләйҙәр, белә тороп үлгем килмәй әле. Поезда барһаң, ике тәүлек ҡыҙыу мунса кеүек тынсыу вагонда ҡыҙынырға кәрәк, – тип ҡатыны ҡаршы төштө.
– Улайһа үҙебеҙҙәге берәй шифаханаға барайыҡ... Туҡта, шифахана тураһында бер мәҙәк һөйләйем әле. Бер ағай ял йортона килгәс: «Бында нисек ашаталар?» – тип ял итеүсенән ҡыҙыҡһына икән. «Бер телем икмәк бирһәң, әйтәм», – тип яуап биргән тегеһе.
– Тоҙһоҙ мәҙәктәреңде һөйләп торма әле. Унда хәҙер яҡшы ашаталар. Август айында, бөтә халыҡ отпускта ваҡытта, урын табып ҡара! Ғинуар айында уҡ әйттем мин һиңә, алдан ҡайғырт, тип. Белешеп ҡуйған булһаң, рәхәтләнеп шифаханала ял итер инек...
– Туҡта әле, ҡарсыҡ, үҙебеҙҙең Өфөлә лә Ағиҙел буйында, йәки Сипайловоның Ҡашҡаҙан күле буйында кеше рәхәтләнеп ял итә бит, һыу ҡойона, – тине Рузалин, һыуға батҡанда һаламға тотонорға теләгәндәй. – Йыраҡ бараһы түгел, аҡса ла янда ҡала. Ашарға ҡыяр-помидор һәм һыра алаһың да вәссәләм...
– Һинең шул булыр инде. Бар уйың һыра һемереүҙә, – тине ҡатыны кәйефе төшөп. – Ул йылға-күл буйындағы шешә һәм бысраҡты күргәнең бар бит инде. Шунда барайыҡ тип тораһың, етмәһә. Ундағы иҫеректәр араһына барып ятаһым юҡ!
Ҡыҙыу бәхәс ошо урында туҡтап ҡалды. Икеһе лә өндәшмәйенсә бер аҙ уйланып ултырҙы, улар эстән генә һуңғы йылдарҙағыса ял итергә ҡарар итте.
– Дүшәмбе мине балалар менән ауылға ҡайтарып ҡуйырһың. Әсәй эргәһендә бер-ике аҙна торормон, бәрәңгене лә утап-күмәһе бар, – тине Сәмсүрә.
Рузалин таушалған-иҙелгән диванына барып ятты, изолента менән уралып бөткән пультты алып телевизор ҡабыҙҙы.
Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.