+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Ғинуар 2023, 17:00

Машина һаман да юҡ ине

Эшселәр бригадаһы транспорт көтә ине. Уларға: “Машина булмай. Ватылған. Икенсе автобус ебәрәбеҙ. Тик ул юлды белмәй. Трассаға сығып көтөгөҙ”, тип хәбәр ителәр. – Арытҡан! – тип уфтанды Мамаев.– Ике саҡрым атларғамы ни? – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Ламаев.– Алыҫ түгел, түгеллеккә, – тип тынысландырҙы Камаев.

Машина һаман да юҡ ине
Машина һаман да юҡ ине

– Мин тура юл беләм, – тине Тамаев...
Бер аҡланды үтеп барғандарында, тағы шылтыраттылар. Автобус булмай икән, уларҙы алырға йөк машинаһы сыға. Берәй сәғәттән. Тимәк, ашыҡмаһалар ҙа була...
...Юл эргәһендәге урман ситендә кемдер ташлап киткән өр-яңы тракторға килеп юлыҡтылар. Ватылғанмы? Бәлки батҡандыр? Кемдеке икән? Баҡсасыларҙыҡы түгелдер? Урмансыларҙыҡымы, тиһәң? Бәлки нефтселәрҙекелер? Егеттәр ошонда ял итеп алырға булды. Янында кеше-фәлән тойолмай, тип тракторҙы ситтән генә күҙәтте былар. Ҡыҙыҡһыныу тигәндәре көсәйгәндән-көсәйә барып, техниканы тәүҙә береһе, аҙаҡ икенсеһе, һуңынан өсөнсөһө урап йөрөй, һыйпай, тотҡолай, тикшерә башланы. Ярты сәғәт тигәндә дүртеһе лә тракторҙы һырып алғайны инде.
– Шәп техника, матур, – тип бер тәгәрмәскә тибеп ҡараны Мамаев.
– Беҙҙекенә оҡшамаған, – тип капот өҫтөнә менеп китте Ламаев.
– Ҡытай, Ҡытай, – тип фарҙарына һуҡҡыланы Камаев.
– Эшләй беләләр, – тип як-яғында соҡондо Тамаев.
– “Ҡырағайҙар” күтәрелде, – тип борт япмаһын асып ебәрҙе Мамаев.
– “Маймылдар” ҙа оҫтарҙы, – тип кабинаға үрелде Ламаев.
– Япон болттары ҡуйылған әле ул! – тип ымһынды Камаев.
– Барыһы ла урланған! – тип йәбеште Тамаев.
– Был приборы миңә кәрәк, – тип тотондо Мамаев.
– Был торба – баҡыр! – тип һурып алды Ламаев.
– Эсем боша! – тип тәҙрәгә бер һуҡты Камаев.
– Золотнигы һәйбәт! – тип бороп алды Тамаев.
– Ошондай тракторҙы үҙебеҙ эшләй алмайбыҙмы ни? – тине көрһөнөп Мамаев.
– Булмай, түрәләр урлаша! – тип бер асҡысты кеҫәһенә тыҡты Ламаев.
– Әлбиттә, эшселәре лә эсә! – тип буш шешә бәрҙе Камаев.
– Етмәһә, белгестәребеҙ ҙә наҙан! – тип башы менән тракторҙы бар көсөнә барып төкөнө Тамаев...
Машина һаман да юҡ ине.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: