Яҡын ғына булғас, тауышы ла көслө, ҡурҡышыбыҙҙан саңғыбыҙ-ниебеҙ менән ергә ауҙыҡ. Етмәһә, түңәрәкләп әйләнеп оса бит әле. Йә, Хоҙай! Ни булды икән? Тикмәгә генә осмай бит инде был «тимер ҡош». Шул арала башта мең һорау тыуҙы. Дәрес дәрес булманы, аҫҡа ҡарай бер шыуып төштөк тә мәктәпкә йүнәлдек.
Унда ла һүҙ шул хәл тураһында барҙы. Геүләп осоуы ҡурҡыныс шул... Беҙ, ауыл балалары, һуғыш киноларында ғына күргәнебеҙ бар ундай күренеште. Нимә тип тә уйларға белмәнек, хатта уҡытыусылар ҙа яуап бирә алманы.
Дәрестән һуң бергәләшеп ҡайта торғайныҡ, ә ул көндө бер үҙем генә ҡалғанмын. Ярты юлға ғына еткәйнем, теге «зәхмәт» тағы ла әллә ҡайҙан килеп сыҡты. Йәнә ауыл өҫтөнән түбән генә итеп геүелдәп осто. Хатта самолёттың номерҙары ла күренеп ҡала. Ә урамда, үс иткәндәй, берәү ҙә юҡ. Хәмит ағайҙар эргәһенә трактор этәреп ҡуйған ҡар өйөмөнә ҡарай йүгерҙем. Башымды ҡулым менән ҡаплап, ҡарға сумдым. Йәнәһе, бомба-фәлән ташлай ҡалһа, йәшенеп ҡаласаҡмын. Эйе, ысынлап та, шундай уй йүгереп үтте башымдан. Бер-ике әйләнде лә самолёт юҡҡа сыҡты. Торҙом да ҡайтҡансы йүгерҙем. Ул көн барыһы өсөн дә яуапһыҙ ҡалды...
Иртәгеһенә мәктәпкә барғас ҡына белдек нимә булғанын. Баҡһаң, артҡы урамда йәшәгән Тәскирә инәйҙең бер туған ҡустыһы осоусы икән. Ана шул беҙҙең яҡтарға юлы төшкәндә тыуған ауылына сәләм биреп киткән. Апаһына күстәнәс тә төшөрөп ҡалдырған, кемдер уны табып алып инәйгә илтеп биргән. Был яңылыҡты беҙгә күршеһе Ирек һөйләне. Ауыҙыбыҙҙы асып, тын да алмай тыңланыҡ. Вәт, шәп! Беҙҙең ауылдан да осоусы сыҡҡас, ғорурланып торҙоҡ ағай өсөн.
Өйгә ҡайтҡас, өйҙәгеләргә тәмләп-тәмләп һөйләп бирҙем. «Кисәге самолётта осҡан лётчик беҙҙең ауылдыҡы бит. Әйләнеп йөрөгәнендә мәктәптән ҡайтып барған Иректе, апаһының күршеһен танып ҡалған да кабинаһынан башын сығарып: «Таскира дома-а?» – тип һораған. Етмәһә, бейек тирәк ағасының осон да һындырып киткән, шул тиклем түбән осҡас ни...» Атайым ни әйтергә лә белмәй, етди ҡиәфәт менән тыңлап торҙо ла: «Ҡара һин уны, электр бағаналарының сымдарын да өҙөр әле, ауыл халҡын утһыҙ ҡалдырыуы ихтимал, был хәлде былай ғына ҡалдырып булмаҫ, районға хәбәр итергә кәрәк, ниндәй әҙәпһеҙ лётчик булды әле был егет. Мәктәп эргәһенә барып һынған ағасты ла ҡарап киләйем», – тип өйҙән сығып китте. Ул бит ауылдың электригы, хәлде төптән уйлаған инде.
Мин ни тип әйтергә лә белмәй, шул тиклем «матур» итеп һөйләгән хикәйәтемә үҙем ышанмай торҙом. Ә икенсе яҡтан, атайым, ысынлап та, районға хәбәр итһә, бөттө баш. Ҡайҙан ғына шул тиклем фантазия килгән башыма. Хәҙер нисек итеп хәлде төҙәтергә?
Атайымдың ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй ыҙаландым. Үҙем дә һуңынан хатамды аңланым, сөнки тиҙлек менән осоп барған самолёттың иллюминаторынан башты сығарып булмай, ағасҡа тейеп киткән булһа, «тимер ҡош» үҙе лә зарарланыр ине... Дөрөҫөн һөйләп биргәс, ул рәхәтләнеп көлдө. Хәйләкәр атайым хәлде бик тиҙ аңлап, мине аҡылға ултыртырға уйлаған. Ышанған кеше булып, эште икенсегә борған. Ни хәл итәһең, шундай ҙа ҙур яңылыҡты матурлап, арттырып, фәстереп һөйләп бирге килгәндер инде.
Ә атайым һәйбәт кеше булды. Һәр ваҡыт мине тыңлай белде, кәрәк саҡта тура юлға ла йүнәлтте. Әммә асыуланып, әрләп, ҡайышлап үҫтермәне. Мин ҙурайғас та, һауала самолёт күреп ҡалһа: «Таскира дома-а?» – тип шаярта торғайны. Ә үҙе ғүмерлек һабаҡ бирҙе: «Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә!» тигәнде.
Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.