-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Сентябрь 2023, 15:24

“ИРТӘГӘ” АПАЙ

Ваҡыт бөтөп бара, түҙмәнем, туранан-тура һораным – күпме? Ул сумманы атаны, арыу ғына, әммә түләмәһәм, дипломһыҙ ҡалам.

“ИРТӘГӘ” АПАЙ
“ИРТӘГӘ” АПАЙ

Мин үҙ ваҡытында энергетика университетын тамамланым. Былай, уҡыған ваҡыттан һәйбәт кенә хәтирәләр ҡалған. Шулай ҙа әҙерәк йәнгә тейгес нәмәләр ҙә бар ине.
Студенттарҙың да, уҡытыусыларҙың да тормошон ағыулаған бер апай булды. Алла Юрьевна. Уның кеүек яман апай университетта башҡа юҡ ине.
Һәр йомошто аҡса менән эшләтергә тура килә ине. Аҡса төртһәң дә эшләй һалмай әле ул. Артынан инәлеп, ялбарып эйәреп йөрөйһөң.
Дәүләт имтихандары алдынан бер ҡағыҙ кәрәк ине. Уны Алла Юрьевна бирергә тейеш, тик бирмәй, “иртәгә” тип бора ла сығара. Иртәгәһен барһаң, “иртәгә” тинем бит, ти, асыуланып.
Ваҡыт бөтөп бара, түҙмәнем, туранан-тура һораным – күпме? Ул сумманы атаны, арыу ғына, әммә түләмәһәм, дипломһыҙ ҡалам. Аҡсам да бар, тик апайыбыҙға “һумдарҙа кәрәкмәй” булып сыҡты. Ниндәй валютала, тип һорайым. Ул миңә иҫәргә ҡараған кеүек баҡты, йәнәһе, “шуны ла аңламайһыңмы ни?” Ныҡ хәтерем ҡалды... Һуң, ул ҡағыҙға түләүһеҙ ҡул ҡуйырға тейеш тә инде. Ректорға барыуҙың мәғәнәһен күрмәнем, кем белә, бәлки, бергәләп эш итәләрҙер?
Ярай егеттәрҙең береһе хәйлә өйрәтте. Билдәләнгән көндә елемләп йәбештерелгән конвертты ҡулына тотторҙом. Теге шунда уҡ ярты йыл көттөргән ҡағыҙға ҡул ҡуйҙы ла: “Һумдарҙа түгелдер бит?” – тип һораны. Юҡ, тинем дә кабинеттан сыҡтым.
Мәскәүҙән миңә Алла Юрьевна өсөн махсус монгол төгрөктәре алып ҡайтып биргәйнеләр. Уларҙы ҡайҙа алмаштырып алыр – мине ҡыҙыҡһындырмай, аҡсаны ниндәй валютала бирергә икәнен әйтмәгәйне лә баһа.
М. САБИРОВА.

Автор:
Читайте нас: