*Кешеләрҙе әрләү еңел- ә бына үҙеңде шелтәләү ҡыйыныраҡ.
*Көн һайын Ҡөрьәнгә һөйөү тураһында һүҙҙәр һөйләү еңел- ә бына көн һайын уны уҡыу, ятлау, өйрәнеү ҡатмарлыраҡ.
* Һүҙ аша тиерлек комментарийҙарҙа Аллаһты телгә алыу еңел- ә бына иртәнсәк һәм кис, һәр бер намаҙ артынан йәки көнө буйына зекерҙәр әйтеп йөрөү ҡатмарлыраҡ.
*Саҙаҡа тураһында цитаталар табып ҡуйыу еңел- ә бына үҙең матди яҡтан ҡыйын хәлдә булғанда саҙаҡа таратыу ауырыраҡ.
* Дәғүәтле видеоны өҫтәп ҡуйып ебәреү еңел- ә бына үҙеңә дәғүәткә күтәрелеү ҡатмарлыраҡ.
* Үҙеңдең хоҡуҡтарың тураһында яҙыу еңел- ә бына сит кешенең хоҡуҡтарын
күҙәтеү ауырыраҡ.
* Асыҡ күренгән нәмәгә лә дәлил һорау еңел- ә бына шул асыҡ дәлилде белгәндән һуң алынған бойороҡҡа һүҙһеҙ буйһоноу ҡыйыныраҡ.
*Постҡа хиджаб тураһында картинкалар ҡуйыу еңел- ә бына реаль тормошта уны кейеү ҡайһы берәүҙәргә еңел түгел.
* Постҡа һаҡаллы ирҙәрҙе ҡуйып ултырыу еңел- тик ысын ИР- ЕГЕТ
булыу ҡыйын.
* Образ тыуҙырыу еңел- уға ярашлы булыу ҡатмарлы.
* Ике йөҙлө булмағыҙ...