Тол ҡатын почтаны тикшергәндә ҡайғыһын уртаҡлашыусы бер нисә хәбәргә юлыҡҡан. Хәбәрҙәрҙең береһе “Әлегә өйҙә тороусы минең ҡатыныма” тип аталған. Бүлмәгә тол ҡатындың улы ингәндә әсәһе сепрәк кеүек ағарған, әкрен генә өҫтәлдән ауып барған. Әсәһен һушына килтергәс, егет мониторға текәлгән.
“Ҡәҙерле ҡатынҡайым! Һинең хәбәр яҙыуымды көтмәгәнеңде беләм. Ләкин яҙмайынса булдыра алмайым, сөнки беҙ икәү йәшәйәсәк бүлмәлә интернет бар. Мин бик һәйбәт килеп еттем. Урынлашыу менән, һинең килеүеңә әҙерләнә башланым. Минең кеүек үк, мажараларһыҙ һәм һуңламай килеп етерһең, тип ышанам. Түҙемһеҙләнеп көтәм!
R.S. Бында бик эҫе!”
А. СӘЙФЕТДИНОВ