Әминә егетенән тәҡдим көтөп-көтөп тә ишетмәгәс, ауылға ҡайтты, ә Ғайса уҡыу йортонда уҡытыусы булып ҡалды. Һәр кем үҙ юлы менән китте.
Был хәлдән ике тиҫтә йыл ваҡыт үткәс Ғайса телефондың теге осонда таныш тауыш ишетте:
– Һаумы, Ғайса. Был мин – Әминә. Минең ҡыҙым Лилиә быйыл уҡырға инә. Әҙерләмәҫһеңме тигәйнем?
– Ярай, – тине Ғайса. – Бөгөн кис килегеҙ.
Ғайса тәүге мөхәббәтен бер аҙ тулҡынланыу менән ҡаршы алды. Әммә күргәс тә күңеле ҡайтты: “Ҡартайған, йонсоған, сәстәре ағарған, фигураһы юғалған... Алай ҙа ташлашҡанбыҙ, юғиһә хәҙер ошо әбей менән йәшәгән булыр инем. Мин бит әле йәш...” – тип уйланы ул. Шулай ҙа Ғайса Лилиәне әҙерләүҙән баш тартманы. Әсәһенең һылыулығы күскән ҡыҙ Ғайсаны арбаны. Тиҙҙән Лилиә менән Ғайса парктарҙа йөрөнө, кафеларға барҙы, кинолар ҡараны... Әммә ҡыҙ ҡулына диплом алыу менән тормош уларҙы оҙаҡ йылдарға айырҙы. Ғайса уҡытыу эшен дауам итте, ә Лилиә кейәүгә сыҡты...
Был хәлдән ике тиҫтә йыл ваҡыт үткәс, Ғайса телефондың теге осонда таныш тауыш ишетте:
– Һаумы, Ғайса. Таныныңмы? Был – Лилиә. Минең ҡыҙым Рәмилә һин уҡытҡан уҡыу йортона инергә теләй. Әҙерләшә алаһыңмы?
– Ярай, – тине Ғайса. – Килегеҙ.
Лилиәне күреү менән Ғайсаның уйҙары ҡабатланды: “Ҡартайған, йонсоған, сәстәре ағарған, фигураһы юғалған... Алай ҙа уға өйләнмәгәнмен!..” – тип уйланы ла ҡарашын Рәмиләгә күсерҙе...
Тиҙҙән Ғайса менән Рәмиләне парктарҙа, театрҙарҙа, ресторандарҙа күрергә була ине. “Инде өйләнер йәшкә еттем”, – тип уйланы Ғайса йәп-йәш, һылыу Рәмиләгә ҡарап.
Тулҡынландырғас кис етте. Кәҫәһендәге балдаҡты сығарып, тубыҡланып Ғайса тәҡдим яһаны. Рәмилә уның күҙҙәренә туп-тура ҡарап, бер ҙә шикләнмәй, уйланмай шунда уҡ яуап ҡайтарҙы:
– Ҡарт кешегә сығырға уйым юҡ...
Ошо хәлдән һуң улар башҡа күрешмәне. Тағы йылдар үтте. Сал сәсле, һырлы, таяҡҡа таянып ҡына йөрөй алған Ғайса үҙен: “Мин ирекле ҡош булып ҡала белдем”, – тип йыуата...
Айгөл СӘЛӘХОВА.