-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
28 Февраль , 14:00

Алименттан ҡасып йөрөһәң...

Үҙ балаһына алимент түләүҙән ҡасып йөрөүсе ата-әсәләр әҙ түгел. Өфөлә суд приставтары 33 йәшлек ирҙе алимент буйынса бурыстары йыйылған өсөн машинаһыҙ ҡалдыра яҙған.

Алименттан ҡасып йөрөһәң...
Алименттан ҡасып йөрөһәң...

Автомобилен тартып алғандан һуң ғына ир 250 мең һумға яҡын бурысын ҡаплаған. Әлегә тиклем ул балаһына ярҙам итмәгән, йыйылып барған бурысын да түләргә ашыҡмаған. Суд приставтары өйөнә килеп, машинаһының ПТС, СТС һәм автомобиль асҡысын тартып алғандан һуң ғына ир “уянып киткән”. Шунда уҡ кәрәкле сумманы табып, алиментын тулыһынса түләгән.

Ошоға тиклем ир рәсми рәүештә бер ерҙә лә эшләмәгән, хәҙер ул эшкә урынлашырға мәжбүр булған. Балаһының кенәгәһенә яҡса барып ятҡас та, уға документтары һәм автомобиль асҡысы ҡайтарылып бирелә.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, былтыр түләтелгән алименттың дөйөм суммаһы 1 миллиард 300 мең һумдан ашҡан.

Фото: bash.news

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: