-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
25 Июнь , 13:24

Яҙҙар булып килермен...

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә көсһөҙлөгө – хистәрен тота һалып ҡына әйтә алмауында түгелме ни?

Яҙҙар булып килермен...
Яҙҙар булып килермен...
“Ниңә йәшәп була миллиондарһыҙ? Ниңә йәшәп булмай берәүһеҙ?” – Вероника Тушнованың был шиғри юлдарының асылын һөйгәнем өйләнеп, һәр осраған кешелә унда булған таныш һыҙҙаттарҙы эҙләп юҡһына башлағас ҡына төшөндөм. Тик уға оҡшаш та, булмағаны ла үҙен алыштырырҙайы миллиондар араһында юҡ. Ул берәүһеҙ йәшәп булмай. Бәхетле ҡатынын, үҫеп килгән матур ҡыҙын күргән һайын тағы ла ауырыраҡ. Шулай ҙа түҙергә, үҙе осрашыуҙарға саҡырһа ла, араларына инмәҫкә, түҙергә тырышам. Икенсе берәү өлөшөнә кереп, бәхеткә өлгәшеп булмай...
 

Ике йыл элек осраҡлы ғына таныштыҡ беҙ уның менән. Һуңғы имтиханға ҡурҡа-ҡурҡа әҙерләнеп ултырғанда “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенең смс-хәбәрҙәре менән күңелде йылытып ебәрҙе. Һуңғараҡ телефон аша аралашыуҙар. Беренсе осрашыуҙа ул:

– Фотоларыңа ҡарағанда матурыраҡ икәнһең дә!!! – тине иркәләп.

– Беләм дә ул, яҡшы кешеләр фотола насарыраҡ булып сыға бит.

– Һүҙ эҙләп кеҫәгә инеп тормайһыңдыр инде ул...

Аҙағыраҡ ҡайһы бер сәйер ҡылыҡтарымдан дуҫлашып йөрөгән егетем барлығын һиҙҙе һәм сираттағы вахта ысулы менән Себер тарафтарына юлланғанда: “Ваҡыт беҙҙе иртәрәк осраштырмаған, шуныһы үкенес. Әммә һинең барлығың, һинең тауышыңды ишетеү күңелемә яҙҙар булып килә, ә яҙ һулышы һәр тере йәнгә йәшәү дәрте бирә бит”, – тигәйне.

Аҙаҡ юғалды. Бер йылға яҡын хәбәрләшмәнек. Был ваҡытта инде уны яратыуымды аңлап та, һағынып та өлгөргәйнем. Тик диуарындағы туй фотолары ваҡыттың хәҙер миңә ҡаршы “уйнауын”, хистәремдең һуңлауын белдерҙе. Үкенес, әлбиттә.

Август таңы. Йондоҙло төндән һуң ҡыҙарып ҡына ҡояш сығып килгән мәлдә һинән килгән ҡотлау смс-хаты тыуған көнөмдә иң ҙур бүләк булды:

– Тыуған көнөң менән, матурҡай!

– Рәхмәт, “Әтәс”! (Аралашҡан саҡта үҙе иртәнге алтыла эшкә сыҡҡанында мине смс-хаттары менән уята башлағас, “Әтәс” тип ҡушамат таҡҡан инем). Һин, ғәҙәттәгесә, иртә таңдан.

– Шатмын, онотмағанһың. Хәтереңдә, исмаһам, “Әтәс” булып ҡалһам ине...

– Онотманым да ул. Киреһенсә, һағындым, яраттым да шикелле. Беләм, хәҙер һуң инде...

– Нимә?! Алданыраҡ әйтеп булмай инеме? Әллә минең хистәр менән уйнауы һиңә ҡыҙыҡмы ул?

Тиктомалдан нисек кенә әйтәйем һуң? Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә көсһөҙлөгө – хистәрен тота һалып ҡына әйтә алмауында түгелме ни? Ул бала таба, баға, ҡайһы бер ирҙәрҙән арттырып эшләй ҙә, йәшәй ҙә ала, әммә бер ваҡытта ла һөйгәненә хистәрен башлап әйтә, тәҡдим яһамай. “Алам тигән – алмай ҡалмай, барам тигән – бара алмай” тигән әйтем дә беҙҙең халыҡта ана шунан килеп сыҡманымы икән?
 

Нисек кенә булмаһын, барыбер бәхетле мин. Һиңә булған мөхәббәтем менән, һинең һаман да мине онота алмай ваҡыты- ваҡыты менән үҙең тураһында белгертеп тороуың, осрашмаҫымды белеп тә, саҡырыуың, наҙлы, йылы һүҙҙәреңде ишетә алыуым менән бәхетлемен. Мөхәббәтте тормош үҙенең ығы-зығыһы, ваҡлыҡтары менән таплай, тупаҫлай, шуға ла бер-беребеҙ өсөн татылмаған татлы емеш булып, хыялдарыбыҙҙа ғына йөрөүебеҙ яҡшыраҡтыр ҙа, бәлки. Өҙөлгән емеш ҡасан да булһа барыбер тәмен дә, йәмен дә юғалта бит. Бар хыялым: ҡасандыр күҙҙәреңдә бәхет, һөйөү осҡондарын тоҡандыра алған шаян, шуҡ ҡыҙ булып иҫеңдә ҡалып, ауыр саҡтарыңда күңелеңә яҙҙар булып килә алһам, еткән. Хәҙер миңә артығы кәрәкмәй ҙә, ҡалғанына дәғүә лә итә алмайым...
Автор:
Читайте нас: