Барған булам, үҙемде “маңҡа төпсөк” тип тормайым, ағайымдарға ҡаты итеп нотоҡ уҡыйым, ныҡ иттереп “аҡылға ултыртып” ҡайтып китәм. Әммә, ҡайтып етер-етмәҫтән, йәнә телефон шылтырай:
– Ағайың тағы эсә-ә-ә…
Аптыраш инде, еңгәләремдең ҡайһы берҙәренә әйткәнем дә бар: “Мин бит прокурор түгел, юридик белемем юҡ. Этеп-төртөп кенә филфак бөткәнмен. Шуның өсөн, ниндәйҙер тәфтишсе ролен үтәп, тикшереүҙәр үткәреп, кемдең ғәйепле йәки саф икәнлеген асыҡлай алмайым. Ғаилә низағтарын иң беренсе нәүбәттә никах теркәү тантанаһында әйтелгән һүҙҙәр хәл итергә тейеш. Йәғни, мәҫәлән, танытма биреүсе апай ҡул ҡуйҙырыр алдынан былай тип һорай: “Һеҙ ауыр саҡта ла, еңел саҡта ла бер-берегеҙҙең хәленә инергә әҙерһегеҙме?” Һеҙ уға “Эйе!” тип ант итеп, дүкәмиткә имза һалғанһығыҙ. Шулай булғас, тап шул ваҡыттан башлап һеҙ бер-берегеҙ өсөн яуаплы – мин тут не причем. Иҫерек сағығыҙҙа ла, айныҡ ваҡытығыҙҙа ла бер-берегеҙҙең хәленә инергә тейешһегеҙ (шәп әйткәнмен бит!!!), мәйтәм. Шул вәғәҙәгеҙҙе үтәй алмайһығыҙ икән, ЗАГС-ҡа барығыҙ ҙа ҡауышыу тураһындағы танытмағыҙҙы юҡҡа сығарыу өсөн ғариза яҙығыҙ”. “Бирермен мин һиңә развуд!!!” – тип бер еңгәм саҡ боғаҙымдан алманы.
Шул хәлдән һуң еңгәләр, ҡаты үпкәләп, бер ауыҙ һүҙ ҙә өндәшмәҫ инде тиһәм, яңылышҡанмын. Тағы шылтыратыу.
– Ағайың эсә-ә-ә…
Толҡа булмаһа ла, һаман йөрөйөм шулай ағай менән еңгәләр араһында. Барсаһына ла түгел, әлбиттә. Быныһына, мәҫәлән, Себер тарафтарында донъя көткәненә, барыу уйымда ла юҡ ине. “Сигнал” килеп төшмәһә…
Себерҙә кемдәр йәшәй, беләһегеҙме? Әлбиттә, хант, манси, чукча, ненец һәм башҡалар, тиһегеҙҙер… Дөрөҫ, улар ҙа йәшәй, әммә, ғәмәлдә иһә, уны бөгөн башлыса урыҫ-башҡорт, хохол-татар, Кавказ менән Азия ҡырғындары ялмап алған. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, элекке Советтар Союзының барса вәкилдәре шунда йыйылған. Ҡара алтын туплаған уларҙы был төбәккә. Шулар араһында минең ағайым да бар. Ҡороҡ ҡына ташламаған ул был тарафтарға, ғаиләһен алып килеп, ныҡлап нигеҙ һалған. Баракта тормош көтә башлағайны, өс бүлмәле фатирға эйә булып, ныҡлы төпләнергә самалағандарҙан. Ана шуның өсөн хеҙмәт вахтаһында ла һынатмағандыр үҙен. Эскерһеҙ тырышлығы өсөн ил байтаҡ миҙал ғына түгел, ордендар менән дә “һыйланы” уны. Бындай баһаларға ул кемгәлер ярамһаҡланып, кемдеңдер табанын ялап лайыҡ булғандыр тип уйламайым. Ағайым бәләкәй сағынан уҡ эшкә әрһеҙ, тапҡыр булды. Һис бер ваҡыт харамлашманы, һәр эштең үҙәгендә йөрөнө, йөктө күберәк үҙ иңенә һалырға тырышты. Нефтсе һөнәрен үҙләштергәс, ябай эшсе булып йөрөгәнендә лә, һуңынан бригадир булғас та шул һыҙаттарын ташламағандыр. Ана шуға ла уны орден тиклем орден менән баһалауҙарының ғәҙел булғанына тамсы ла шигем юҡ. Ҡыҫҡаһы, барсаһы ла – нәшәлниктәре лә, иптәштәре лә – ныҡ ихтирам итә, ҙур хөрмәт күрһәтә ағайыма. Әммә беҙҙә, беләһегеҙ бит инде, үкенескә ҡаршы, бындай саҡтарҙа ни өсөндөр хөрмәт менән хәмер ҡултыҡлашып йөрөргә була ла китә. Ғөрөф-ғәҙәткә әйләнеп бара шул әшәке күренеш. Ҡунаҡ килһә лә, премия алһаҡ та, отпускыға китһәк тә, ялдан ҡайтһаҡ та, шул нәмә маяҡ булып алдан йөрөй. Уның мәнһеҙ күренеш икәнен аңлайбыҙ, әммә форсаты ғына сыҡһын, оло ағайыбыҙҙың һүҙҙәрен ололап, “һин мине уважаешмы”нан һалдырып, кемделер һыйларға, рәнйетмәҫ өсөн, кемдәндер һыйланырға тамағыбыҙ ҡытҡылдап ҡына тора.
Ә нефтселәр араһында – “бугор” булып йөрөгән ағайым, билдәле, хөрмәт даръяһының уртаһында ҡайнаған әҙәм бәндәһенә әйләнгән икән. Ана шуға ла, вахтаны тамамлап, ҡасабаға ҡайтыу менән уны өйҙән-өйгә йөрөтөп “хөрмәт итәләр” баҡһаң. Ҡайһы берҙә буровойға киткәнсе айнып та өлгөрә алмай, ти. Мин быларҙы ағайым менән бергә эшләгән ауылдаштың ҡатынынан ишеттем. Ишеттем дә, хәлдәрен белеп ҡайтайым әле тип, саптым бына Себергә.
…Барып төшкәс, минең хөрмәткә күтәрҙек. Иртәгәһенә ҡуйындарына ҡыҫтырып, ҡунаҡты, йәғни мине, күрергә Витя-Митялар килде, улар менән дә тоттоҡ. Улар – ағайымды, ағайым уларҙы бик “уважать” итә икән, шешәләрҙе тамсыһын да ҡалдырмай ҡороттоҡ. Һуңынан ҡасаба буйлап киттек. Антон, Дима, Мөслим, Ораз, Вахтанг, Арсендар менән дә бер-беребеҙҙе хөрмәт иттек. Көн дә шулай әллә күпме кешенең күңелен күрҙек, тотош ҡасабаны тиерлек урап сыға яҙҙыҡ. Мин хатта ағайымды “аҡылға ултыртырға” онотҡанмын.
Ҡайтырға йыйынған ваҡытта, шул нәмә иҫкә төшөп, еңгәм алдында хәтәр ҡыйын булып китте. Ул, ағайың эсә, тип мине бында, Себергә, саҡырып килтермәһә лә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, еңгәм ялыу, ләғнәте менән миңә ябырылыр, ер тишегенә инеп китерлек итеп ҡәһәрләр инде, тип торһам… Һүҙебеҙ бөтөнләй икенсе юҫыҡта ялғанды ла китте.
– Һин, ҡәйнеш, асыуланма инде ағайыңа, ул гел генә былай эсмәй. Һуңғы ваҡытта ғына боҙолобораҡ тора. Әммә мин уны төҙәтермен. Ул башҡаса былай ҡыланмаҫ, рәнйеп китмә, үпкәләп, килмәй йөрөмә тағы, – тип уңайһыҙланды мине ҡәһәрләй торған кеше. Мин, ағайымды тәрбиәләргә килгән кеше, был һүҙҙәрҙән һуң телһеҙ ҡалдым. Эх-х-х-х, һеҙ, еңгәләр…