+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Март , 12:00

Шағир ҡатыны булыу...

Әхмәр ҮТӘБАЙ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 947-се күҙәтеү. "Шағир ҡатыны булыу еңелме, ауырмы?" тигән һорау ҡуйылһа, иң тәүҙә Рәмил ағай менән Зилә еңгәй Йәнбәковтар иҫкә төшә. Уларға барып көлөшә-көлөшә сәй эсеүҙәр, һөйләшеүҙәрен тыңлап кинәнеүҙәр — хәҙер иҫләргә генә ҡалды.

Шағир ҡатыны булыу...
Шағир ҡатыны булыу...

Зилә еңгәй мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы: "Шағир ҡатыны булыуы профессия, беҙгә күргән зыян өсөн (за вредность!) түләргә кәрәк, фәлән-фәсмәтән..." Рәмил абзый инде хисләнеп китеп еңгәйгә бағышланған шиғырҙарын уҡый: "Мин, әсәһе, тағын ғашиҡ булдым, ул һәр яҡтан һиңә оҡшаған..."
Зилә еңгәй Салауат районынан булғас, абзый уға һәр ваҡыт "Салауатым!" тип өндәшһә, Күгәрсен районында тыуып үҫкән абзыйға еңгәй "Күгәрсенем!" тип яуап ҡайтарҙы. Улар үҙҙәре ошолай аралашыуҙан йәм таба, башҡаларҙы ла ҡыуандыра беләләр ине.
Эйәртешенеп, бер-бер артлы китте лә барҙылар. Иң тәүҙә Зилә еңгәй баҡый донъяға күсте, уның артынан Рәмил абзый тыр-тыр эйәрҙе. Күрәһең, шағир ҡатындарына теге тарафта ла шағирһыҙ ҡыйындыр...

 

Автор:
Читайте нас: