+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Октябрь 2025, 13:10

Биш йомортҡа бәләһе

Был хәлде оло йәштәге бер инәй һөйләгәйне. Мәрәкә итеп һөйләне ул, әммә мәлендә был хәл һис тә генә ҡыҙыҡ булмағандыр. “Йәшем олоғайып барғас, димләү һөҙөмтәһендә кейәүгә сыҡтым. Элек бит ҡыҙҙар 20-не үтһә, “ултырған”, “ҡарт” тип әйтә башларҙар ине. Ә миңә 23 йәш булып китте.

Биш йомортҡа бәләһе
Биш йомортҡа бәләһе

Ирем менән яҡшы ла йәшәмәнек, насар ҙа торманыҡ, шулай тейеш тип, донъя көтөп алып киттек. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ, өйләнмәгән ҡәйнеш бар. Ихатаға, иҫке өй янына, ҙурыраҡ йорт һалырға булдыҡ.

Бер көн шулай ирем менән ҡәйнеш нигеҙ төйә башланы, уларға мин дә булышам, биҙрәләп тупраҡ ташыйым. Иртәнсәктән арыу уҡ эшләгәс, ҡәйнәм төшкө ашҡа саҡырҙы. Өҫтәлгә бөтәүләй бешерелгән йомортҡа килтереп ҡуйҙы.

Белмәйем, ныҡ асыҡҡан булдыммы, әммә танһыҡтанмы, шул йомортҡаның бишәүһен ашап ҡуйғанмын. Уныһын да һуңынан ҡәйнәм әйткәс кенә белдем.

Баҡтиһәң, барлығы 10 йомортҡа бешергән булған икән. Тегеләрҙең өсәүһенә биш йомортҡа ҡалған. Был хаҡта белмәҫ тә инем, минең бер ултырғанда биш йомортҡа ашағанымды ҡәйнәм һанап ултырған булып сыҡты.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ризыҡ наҡыҫ ине әле, барлыҡ йомортҡа шулай ғына булдымы, әллә ҡәйнәм һаранлығына барып, һанап ҡына бешерҙеме – уныһы миңә ҡараңғы. Уның ҡарауы, ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәнем! “Белекһеҙ”ҙән башланы ла, “туймаҫ тамаҡ”, “әрәмтамаҡ”, “мәскәй” һ.б. һүҙҙәр менән һүкте генә. Ирем мине яҡлап бер һүҙ әйтһәсе!

Былай ҙа тормошом артыҡ шәптән түгел ине, ғәрсел дә инем – баламды алдым да, атай-әсәй йортона ҡайттым да киттем. Ирем берҙе килгән булды ла, күп тә үтмәй яңынан өйләнде. Артыҡ бошонманым да шикелле, сөнки миңә унда ҡыйын ине, тик төҙөп бөтөп килгән яңы өй генә йәл булды.

Илдә сәпсек үлмәй, тиҙәр бит. Төҙөлөп ятҡан ҡалаға килеп, эшкә урынлаштым, ятаҡтан бүлмә алдым. Бик яҡшы кешене осратып, яңынан ғаилә ҡорҙом, тағы ике ул таптым.

Бошонманым тиһәм дә, шул ваҡиға күңелдә эҙ ҡалдырғандыр инде. “Килендәремә һәйбәт ҡәйнә буласаҡмын, араларына ҡыҫылмаясаҡмын”, - тип үҙемә һүҙ бирҙем.

Тәүге ирем менән йәшәгән өс йыл ваҡыт онотолған бер төш кеүек булһа ла, биш йомортҡа ашап әрләнеүем әле лә иҫкә төшөп ала...”

 
Гөлдәр Яҡшығолова.
 
https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-10-04/bish-yomort-a-ashap-iremd-n-ayyryldym-4414710
Автор:
Читайте нас