+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
4 Декабрь 2025, 11:24

Иремде таныманым

Бер көндө кискә табан ике ҡыҙым менән магазинға килдек. Ҡыҙҙар шунда нимәлер ҡарай, мин кассаға сиратта торам.

Иремде таныманым
Иремде таныманым

Былтыр бәләкәй ҡыҙымдың алама ғәҙәте килеп сыҡты. Яҡындағы магазинға инһәк, ҡыҙым кеҫәһенә берәй бәләкәс кенә тәмлекәс һалып сыға. Ярамай икәнен дә белеп тора. Шунан мин магазиндан сығыр алдынан һәр ваҡыт уның кеҫәһен тикшерә башланым.
Бер көндө кискә табан ике ҡыҙым менән магазинға килдек. Ҡыҙҙар шунда нимәлер ҡарай, мин кассаға сиратта торам. Күҙем күрмәй, күҙлек кейергә яратмайым. Бер ваҡыт оҙон буйлы күн куртка кейгән ир магазинға инде лә, туп-тура атлап минең бәләкәй ҡыҙым янына барып, һөйләнә-һөйләнә ҡыҙымдың кеҫәләрен тикшерә башланы. Мин сиратты ташлап йүгерҙем ҡыҙым янына.
– Мужчина, вы что себе позволяете? Не трогайте моего ребенка! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. 
Был ир миңә әйләнеп ҡараһа, үҙемдең ирем булған икән. 
– Ниңә миңә улайтып әйтәһең ул? – ти. Күмәкләшеп көлөштөк тә ҡайтып киттек.

Рүзилә ҠЫҘРАСОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас