-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
15 Апрель 2022, 15:00

Кәләш алыуымдың мажаралы юлдары

Хөрмәтле уҡыусым, ҡыҙыҡ тип тапһаң яҙмаларыма күҙ һал. Өйләнеүем мажараларын һинең иғтибарға тәҡдим итәм. Туй - йәшлек һәм мөхәббәт байрамы, ике ғашиҡ йәндең ҡауышыу тантанаһы, үҙ йәреңде табып, һөйгәнең менән оло тормош юлына аяҡ баҫҡан көн.

Кәләш алыуымдың мажаралы юлдары
Кәләш алыуымдың мажаралы юлдары

Был тулҡынландырғыс минуттар һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ хәтирә, яҡты иҫтәлек булып һаҡлана торғандыр. Хәләл ефетем менән танышып, ҡауышҡан минуттарымды, туй тантанаһы алдынан булып үткән ваҡиғаларҙы үҙем дә бик йыш иҫкә алам.

Танышыу
 
Яҡын ғына туған ағайым туйына саҡырҙы. Ашап-эсеп, ҡунаҡтарҙың йәштәрҙе тәбрикләүгә ҡоролған ялҡынлы телмәрен тыңлауҙан арынғас, туйға килгән сибәркәйҙәрҙе күҙләйем. Ауыҙыңды асып ултырһаң яңғыҙ ҡалыуың да ихтимал бит. Табында һыу һөлөгө һымаҡ ҡыҙҙар барында ниңә парһыҙ моңайырға ти?! Кем әйтмешләй, ятып ҡалғансы атып ҡалыуың хәйерле. Бәхетемде һынап ҡарайым тип, “матур һүҙҙәр” аша ҡаршымда ултырыусы һылыу ғына бер ҡыҙҙың күңелен арбарға маташҡайным да, ниәтемә өлгәшә алманым. Янында ҡапыл ғына шкаф дәүмәлендәге егет пәйҙә булып эште харап итте. Беҙҙең яҡта туй күп кенә осраҡта кәләштең иң яҡын әхирәтен (шаһиҙәне) урлау менән тамамлана торған. Шаһиҙә ҡыҙ күңелде арбаны-арбауын. Тик уны ҡармаҡлайым тип, эргәһендәге шаһит егетте үпкәләтеүҙән ҡурҡам. Туйҙың йәмен ебәргем килеп тормай әле. Шулай ҙа ара-тирә әлеге сибәр ҡыҙға күҙ һирпеп алам. Уның да минең тарафҡа йылмайыулы ҡараш ташлауын һиҙгәс, ҡыйыулығым артҡандай тойолдо. Зиһенем яҡтырып, күңелем күтәрелеп китте. Бәлки мин дә уға оҡшайымдыр? Ҡыҙҙар ҡарамаҫлыҡ түгелмен былай. Буйым да, төҫөм дә бар һымаҡ. Тәүәккәлмен дә. Әммә ҡайһы саҡта йәш сибәркәйҙәр алдында ҡаушау ғәләмәте генә ҡамасаулап ҡуя.
 
Йәштәрҙең мөхәббәте өсөн тип төп күтәрә эскән ике фужер шарап шулай тәьҫир иткәндерме, әллә шаһиҙә ҡыҙға ҡарата күңелдә ҡапыл ғына яралған әлегә үҙем дә төшөнөп бөтмәгән хистәр шауҡымына бирелеүҙәндерме - кәйефем уғата шәп. Туй мәжлесе үҙ яйына дауам итә. Уйнайбыҙ, көләбеҙ, кинәнешеп “кәртешкәгә” төшәбеҙ. Уйынлы-ысынлы һөйләшә торғас, шаһиҙә ҡыҙ менән аралар яҡынайҙы ла ҡуйҙы бит. Уйҙарыбыҙ, серҙәребеҙ беректе. Әйтерһең дә бер-беребеҙ менән күптән танышбыҙ. Шаһит егеттең дә күңеле ҡырылып, кәйефһеҙләнеп йөрөүе күҙгә салынманы.
 
Туйҙың тәүге көнө Ағиҙел ҡасабаһында үтте. Иртәгәһенә егет яғына - Тимер ауылына юлландыҡ. Барыбыҙ ҙа көплө йөк машинаһына тейәлешкәнбеҙ. Йырлаша-йырлаша барабыҙ. Әммә сибәркәйем генә соҡор-саҡырлы ауыр юлда (етмәһә йөк машинаһында) йөрөргә күнекмәгән икән. Ауырып китте. Юғалып ҡалманым, уға йәйәүләп барырға тәҡдим иттем. Тамам хәлдән тайған шаһиҙә ҡыҙыбыҙ быға шатланып риза булды. Машина башынан һаҡ ҡына күтәреп ергә төшөрөп баҫтырҙым үҙен. Башҡалар иһә әлеге көплө тимер арғымаҡта ары елдерҙе. Бер аҙ ҡыҙмасараҡ булып алған ағайҙарҙың: “Ну, маладис, ҡустым, ҡоштоң ниндәйен эләктерҙең!” - тип һамаҡлауҙары ғына ҡолаҡҡа салынып ҡалды. Йәйге урманда шул тиклем күңелле. Ә һауаһы һуң!.. Арыуыңды ла, сырхауыңды ла баҫыр. Ифрат шифалы. Юлдашымдың ауырыуы ла ҡул менән һыпырып алған төҫлө шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Йөҙө яҡтырҙы. Күҙҙәренә нур ҡайтты. Тирә-яҡты шаулатып сыңғырлатып көлөп ебәрҙе. Был мәлдә мин үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙом. Йәшлек – йәшлек инде. Йүләр саҡ. Туй ҡайғыһы китте. Юлдан ситкә тайпылып, ярайһы бейек кенә ҡалҡыулыҡҡа менеп, ауыл күренештәрен күҙәтергә булдыҡ. Тауға үрмәләгәндә ҡуйы шырлыҡ араһында аҙашып йөрөргә лә тура килде. Шулай мең михнәттәр аша маҡсат иткән ергә килеп баҫтыҡ. Был урындан ауыл ус төбөндә ятҡан кеүек кенә күренә ине. Әммә тирә-яҡтағы һоҡланғыс күренештәргә ҡарап тороу ҡайғыһы киткәйне инде. Беҙҙе талпан һырығайны. Сүпләп бөтә алмай аҙапландыҡ. Етмәһә, тамағыбыҙ кибеп китеп, ныҡ ҡына сарсағайныҡ. Шуға ла тиҙерәк ауылға төшөп, сәй эсеү йәһәтен ҡайғырттыҡ.
 
Туй үҙ йолалары менән дауам итеп, иртәгәһенә генә тамамланды. Әммә халыҡ таралышырға уйламай ҙа ине. Хушлашыу ғәҙәттәгесә оҙаҡҡа һуҙылып китте. Ә ҡыҙыбыҙ эшкә һуңлайым, тип хафанала. Минең башта ҡапыл дыуамал уй тыуҙы: “Әйҙә, тураға Боһондо аша йәйәү ҡайтайыҡ та китәйек, - тим. - Күп булһа бер-ике сәғәтлек юлдыр”.
 
Ҡыҙ тиҙерәк эшкә барып етеүҙе ҡайғыртыпмы, әллә көплө машинала ултырып ҡайтыуҙан биҙепме, минең был тәҡдимгә риза булды ла ҡуйҙы. “Күтәреп алып ҡайтаһың инде”, - тип ярым шаяртып үҙ шартын әйтеп һалды. “Һине Собханғолға ғына түгел, ер сигенә тиклем күтәреп барырға ризамын”, - тигән булам. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ инде. Тауға үрмәләгәндә, юлыбыҙҙа ҡалҡыулыҡтар осрағанда уны ысынлап та күтәрергә тура килде. Һуҡмағыбыҙ беҙҙе Боһондо тигән бәләкәс кенә йылғаға килтерҙе. Хәйер, уны йылға тип атау мөмкин дә түгел. Тауыҡ кисеп үтерлек кенә һыуы бар. Уны аша сығып, һыртҡа күтәрелә генә башлағайныҡ, ҡапыл артта ботаҡ һынғаны ишетелде. Һиҫкәнеп түбәнгә күҙ ташланым. Йылғала бер ҙур ғына айыу баҫып тора! Миңә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. “Нимә унда?” – тип ҡыҙ ҙа ҡурҡып сәрелдәне (Ул минән бер нисә аҙымға алдараҡ бара. Шуға йылға буйын күрмәй). Уға ни тип яуап бирергә белмәй, аптырап ҡалдым. Айыу тиһәм - ҡото осор. Мышы йөрөй тигән булдым. Ул миңә ышанғандырмы-юҡтырмы, илай-илай һуҡмаҡ буйлап йүгереүен дауам итте. Мин дә уның артынан сабыуымды белдем. Шулай баҫтырышып, ауылға килеп ингәнебеҙҙе лә һиҙмәй ҡалдыҡ.
 
Әйттереү
 
Бына беҙҙең өсөн тулҡынландырғыс мәл - әйттереү көнө яҡынлашты. Әсәйем һәм күпселек туғандарым Темәстә йәшәй ине. Уларҙы Собханғолға (ҡыҙҙың ауылына) алып килеү өсөн етәксенән (ул ваҡытта мин “Таң” гәзитендә эшләй инем) машина һораным. Шоферыбыҙ Безденежный фамилиялы (бәхетһеҙлеккә күрә, исемен онотҡанмын) урыҫ ағай ине. Ул Бөрйән районына беренселәрҙән булып машина ҡыуып алып ҡайтҡан кеше. Һуғышта булған. Ҡыҫҡаһы, миңә “боевой” шофер эләкте. Әммә шуныһы бар: ағайыбыҙ “һуғырға” ярата. Әле лә юлға сығыр алдынан уҡ араҡы алырға әмер бирҙе. Мин уға сәйер генә ҡараш ташланым. “Сынок, дорога длинная, всякое может случиться”, - тип урыҫсалап ҡаты ғына итеп өндәшкәс, үҙе белә торғандыр, тип ҡаршылашып торманым. “На всякий случай” тип алдан уҡ әҙерләп ҡуйған яртыны тотторҙом. Ағайыбыҙ тотош бер стакан араҡыны шунда уҡ күҙ ҙә йоммайынса түңкәреп тә ҡуйҙы. Темәскә тура юлдан барырға теләһәң Бөрйән биләмәләре буйлап алтмыш-етмеш саҡрым юл үтергә кәрәк. Уныһын да юл тип әйтеп булмай инде. Француз әйтмешләй, направление. Уларҙан беҙҙең һымаҡ “рискованный” кеше генә йөрөй ала. Эйе, башҡа юл да бар. Әммә ул әлегеһенә ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ. Етмәһә, милиция осрауы ла ихтимал. Ә был ерҙәрҙә этем дә юҡ. Шулай, Аллаға тапшырып, ҡуҙғалып киттек. Байғаҙа ауылына тиклем юлдар әллә ни хөрт түгел ине лә, артабан михнәттәр башланды. Машинабыҙ ҡапыл батҡаҡҡа барып төштө. Миңә уны ҡаҙып тигәндәй сығарырға тура килде. Күп тә үтмәнек, машинабыҙ йәнә ергә һеңә ултырҙы. Был юлы ла ҡулға көрәк алмай сара юҡ ине. Инде бәләләр бөттө, тип ҡыуанырға ла өлгөрмәнек - йәнә килеп баттыҡ. Ағайыбыҙ машинанан төшөп, тирә-яҡты ҡараштырған була. Үҙе араҡыһын ҡулынан төшөрмәй һемереүен белә. Был ваҡытта “Русская водка”ның шешәһе бушай яҙғайны инде. “Ничего, сынок, на войне мы хлеще видали”, – тип ағай мине тынысландырырға маташа. Һуҡмыш ҡына булһа ла, ҡарашынан уҡ был бәләнән нисегерәк ҡотолоу юлын төшөнгәне һиҙелә. Ул миңә эргәлә үҫеп ултырған йыуан ғына ағасты йығырға ҡушты. Уны домкрат урырына файҙаланмаҡсы икән. Йығылған ағасты тәгәрмәстең күсәренә терәйбеҙ. Тәгәрмәс күтәрелгән арала аҫтына ташмы, түмәрме (ҡулға нимә килеп эләгә) һалып өлгөрөргә кәрәк. Ләкин берәүебеҙ ситкә тайпылһа ағас күтәрелеп китә һәм тәгәрмәс ҡабат аҫҡа төшә. Безденежный ағай был юлы юғалып ҡалманы. Йәнә бер ағас ҡырҡып, “өсөнсө кеше” яһарға тәҡдим итте. Тәгәрмәс аҫтына түмәр тултырғансы, әлеге ағасты домкратҡа баҫтырып китәбеҙ. Шулай итеп дүрт тәгәрмәсте лә күтәреп ҡуйып, мең михнәттәр кисереп, оло юлға килеп сыҡтыҡ. Темәс урамдарына водителебыҙ “Дорогой фронтовой” йырын йырлап килеп инде. Ҡарышҡан шикелле әсәйем йәшәгән йорт алдында ғына беҙҙе милиция туҡтатты. Ағайҙың иҫерек икәнлеген һиҙһә - бөттө баш. Бәхеткә күрә милиционер таныш кеше булып сыҡты. Мин мәктәптә уҡыған йылдарҙа хеҙмәт дәрестәрен алып барғайны. Уның янына атылып килеп сыҡтым да һаулыҡ һораштым. Ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе аңғарттым. Милиционер ҡартҡа машинанан төшөргә әмер бирҙе. Минең ҡот осто. Әгәр ҙә Безденежный рулде ташлаһа, ҡолап китәсәк. Ағай үҙ хәлен яҡшы аңлай ине - машинанан сығыуҙан ҡәтғи баш тартты.
- Вы ведь пьяны? – тип милиция ағайға тура һөжүмгә күсте.
- Я не пьян, я уставший, мы такие дороги проехали, я таких дорог на фронте не видал, - тип ағай үҙенекен тылҡый. Мин дә үҙебеҙ үткән юлдарҙы тасуир итергә тотондом. Милиционер уйға ҡалды, бер ағайға, бер бысранып ҡойоға батҡан машинаға, бер миңә ҡараны. “Ярай, ипле йөрөгөҙ. Ҡартың барыбер иҫерек. Һине ошондай матур көнөңдө боҙмау өсөн генә ебәрәм”, - тип милиция ағайыбыҙ үҙ юлын дауам итте.
Әсәйҙе һәм башҡа туғандарҙы алғас, ҡабаттан Бөрйән тарафтарына юлландыҡ. Таныш юлдар, таныш ҡаршылыҡтар. Был юлы уларҙы мажараһыҙ ғына үтеп киттек. Собханғолға еткәс, Безденежный менән ауыл буйлап мулла эҙләп киттек. Әммә таба алманыҡ. Күрше ауылға барып, инде йоҡларға ятҡан мулланы уятып, ай-вайына ҡуймай кейендерҙек тә, ҡыҙ йортона алып килдек. Никахлашыу төн уртаһында – йома тамамланып, шәмбегә аяҡ баҫҡан мәлдә башланды. Муллабыҙ ҙа йолаларҙы йүнләп белмәй булып сыҡты. Ҡолаҡҡа ла ҡатыраҡ ине. Мине Алтын исемле ҡыҙға өйләндерҙе. Ә ҡатынымдың исеме - Алһыу. Хәйер, уны ысын мәғәнәһендә алтынға тиңләргә була.
 
Туй
 
Туйыбыҙ ҙа ыңғай ғына үтеп китте. Туғандарҙы йәнә Безденежный ҡарт менән Темәстән мажараһыҙ ғына барып алдыҡ, һис ниндәй нужа күрмәй генә илтеп ҡуйҙыҡ. Әммә Темәстән кире боролғанда ҡаршылыҡтар осрап торҙо. Бөрйәнгә юл тотҡанда Бетерә ауылын үтеп, Ишейгә етәрәк кенә уңға боролаһың. Ә ағайыбыҙ тура Ишей ауылына инде лә китте. Шуны ғына көткәндәй, машинабыҙ ҡапыл һүнеп ҡалды. Тромблеры киткән икән. Ағай әйтеүенсә, “серьезная поломка”. Башта Бөрйән яғына ыңғайламайынса Ишейгә инеүенә зитым ҡупҡайны. Хәҙер уға рәхмәт әйтеп бөтә алмайым. Әгәр Бөрйән юлында ватылып ултырһаҡ?.. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ноябрь айының сатлама һыуыҡтары тора бит. Минең аяҡта резина итек, өҫкә еңел генә куртка кейгәнмен. Ауыл эсендә, исмаһам, туңып үлмәбеҙ. Яңғыҙы ғына көн күргән ир беҙҙе өйөнә ҡуна индерҙе. Әммә рәхмәт йөҙөнән үҙенә саҡ ҡына һалып эсергәйнек, фашисҡа әүерелде лә ҡуйҙы был. Юҡ-бар бәлә табып, Безденежный ҡартҡа бәйләнергә керештесе. Шулай итеп йоҡо ҡайғыһы булманы. Таңға саҡлы баҫтырышып сыҡтыҡ.
Леспромхоз автобусының урмансыларҙы Бөрйән тарафына эшкә йөрөтөүен ишетеп, иртә менән урман хужалығы идараһы контораһына ашыҡтыҡ. Автобус һалҡын ине. Ултырғас та тәпәйҙәрем өшөй башланы. Тора-бара улар бер ни ҙә һиҙмәҫ булып туңды. Ишейҙәр беҙҙе, Бөрйәндәр ошонан алыҫ түгел ерҙә эшләй, табырһығыҙ, тип юл уртаһында ҡалдырып китте. Машинанан һикереп төшкәс тә, ут яғырға керештем. Йәнәһе, туңған аяҡты йылытам. Безденежный иһә йүгерергә кәңәш итте. Ә мин, ҡарышҡыр, һаман да ут яғып маташам. Ағайым үҙ һүҙен һүҙ итеп, таяҡ тотоп, миңе юл буйлап баҫтырырға тотондо. Ул арттараҡ ҡалһа, ут яғып ҡыялам. Үҙе күренә башлаһа, ары йүгерәм. Шулай күпме ҡыуышып барғанбыҙҙыр, бер мәлде тәпәйҙәрем ҡапыл үлтереп һыҙлай башланы. Аяғыма ҡан йүгерҙе. Безденежныйға рәхмәт. Әгәр ҙә ошо мәлдә янымда ул булмаһа, һис шикһеҙ аяҡты туңдыра инем.
Тиҫтә саҡрымдар атлағанбыҙҙыр, ишейҙәрҙең “бынауында” ғына тип ебәргән стоянкаһы һаман күренмәй. Тиҙҙән ағайым да сатанлай башланы. Бер аҙҙан бөтөнләй туң ергә ултырҙы. “Сынок, ты иди, тебя ждет молодая жена, я свой век прожил”, - тип ҡот осҡос хәбәр һалды был (Аҙаҡтан ғына белдем, һуғышта ағайҙың үксәһен снаряд ярсығы алып киткән икән). Нимә эшләргә? Ағастан сана һымаҡ нәмә әтмәләп, ай-вайына ҡуймай ағайҙы шунда һалдым да, юл буйлап һөйрәп алып киттем.
Туң ерҙән ыңғай ғына киләбеҙ. Әммә тора-бара хәл бөтә башланы. Ҡулдар, билдәр талды. Тәндән субырлап тир аҡты. Күп тә үтмәй ҡолаҡҡа бысҡы тауышы салынып ҡалды. Яҡында ғына Бөрйән эшселәре урман ҡырҡа ине. Беҙҙең ҡыуанырға ла, һөйләшергә лә хәл ҡалмағайны. Улар янына барып йылынып, ашанып алдыҡ. Эшселәр менән бергә төнөн генә өйгә ҡайтып индек. Ә өйҙәгеләр беҙҙе юғалтып, ҡайғырышып бөткәндәр икән. Мине күргәс, ҡатыным шатлығынан илап уҡ ебәрҙе.
Шундай мажаралар менән тамамланған туйҙан һуң беҙ егерме биш йыл йәшәп ташлағанбыҙ икән. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Өлкәне – Айһылыу Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөй, кинйә ҡыҙыбыҙ Илһөйәрҙе былтыр кейәүгә бирҙек. Кейәүебеҙ хәрби кеше, улар хәҙер Юрга ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙыбыҙ шул уҡ ҡалала политехник институтында белем ала.
 
Флүр ГАЗИН.
Фото: ne-kurim.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: