+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
8 Август 2022, 16:00

Мыҫҡыллы йылмайыу

Апайым банкта эшләй. Унда алсаҡлыҡ күрһәтеп, барыһына ла йылмайырға ҡушалар. Һуңынан көтмәгәндә яңы ҡағиҙә индерә­ләр

Мыҫҡыллы йылмайыу
Мыҫҡыллы йылмайыу

Уға ярашлы, хәҙер йылмай­маҫҡа, ә йөҙ менән теләктәшлек кенә белдерергә кәрәк икән. Баҡтиһәң, банк етәкселеге үҙ сә­йәсәтен бер ҡатындың ялыуынан һуң үҙгәртергә мәжбүр булған. “Бәләкәй генә эш хаҡымды бир­гәндә кассир миңә ҡарап мыҫ­ҡыллы йылмайҙы”, – тип хәбәр иткән ул.

Алданмаҫ өсөн

Бөгөн банкка ингәйнем, ике ҡар­сыҡ­тың әңгәмәһе ҡолаҡҡа салынды:
– Һин банкоматҡа ышанаһыңмы?
– Ышанам.
– Ә мин юҡ. Күршем, унда алдау­ҙары бар, ти. Шуға күрә пенсиямды банкоматтан алып, банктағы счетҡа һалдым.

Р. КӘШФУЛЛИН.

Фото: www.youtube.com

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: