Маҙаларына тейгәс, өләсәйем:
– Ана, күкәй тот та бар, – тине. Был миңә етә ҡалды. Бер йомортҡаны эләктерҙем дә йүгерҙем мәктәпкә. Клуб булмағанлыҡтан, киноны мәктәптең ҙур ғына бер бүлмәһендә күрһәтәләр ине.
Коридор бала-саға менән тулған. Киномеханик билет һата. Иң аҙаҡтан ғына ишек төбөнә килеп баҫтым да йомортҡаны киномеханикка һуҙҙым.
– Мин күкәй эчмим, – тип, ул мине кино ҡарарға индермәне, күрәһең, эсергә башҡа нәмә тотоп килергә кәрәк булғандыр.
Йомортҡаны усыма йомоп, кире ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ярай әле йомортҡа тотоп килеүемде күреүсе лә, белеүсе лә булманы. Юҡһа «күкәй» һүҙе ҡушамат булып, миңә ғүмерлеккә йәбешер ҙә ҡуйыр ине.
Абау, Хоҙайым, йөрөр инең әлеге ваҡытта «күкәй Фәрзиә» булып.
Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Фото: Vk