-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
20 Сентябрь 2023, 09:44

Ауыл мәҙәктәре

Кис кѳнѳ ғаилә ял итә. Инәйебеҙ телевизор алдында бәйләм тотоп ултыра. Бер мәл тороп, ниҙер эҙләй башланы. Күпмелер ваҡыттан яҡындары аптырап, ни эҙләүен һорайҙар. Ѳндәшмәй инәйебеҙ, эҙләүен дауам итә.

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

Кис кѳнѳ ғаилә ял итә. Инәйебеҙ телевизор алдында бәйләм тотоп ултыра. Бер мәл тороп, ниҙер эҙләй башланы. Күпмелер ваҡыттан яҡындары аптырап, ни эҙләүен һорайҙар. Ѳндәшмәй инәйебеҙ, эҙләүен дауам итә. Һорау тағы ҡабатланғас, ирененә ҡымтыған энәһен алып: «Энәмде эҙләйем!»—тип ҡысҡырып ебәрмәһенме.
* * *
Туҡһанынсы йылдар. Араҡыға ҡытлыҡ ваҡыт. Ф. олатайҙың ҡыҙын һоратырға ҡоҙа килеп тѳшә. Үҙҙәренең ниндәй йомош менән йѳрѳгәндәрен аңлатырға теләп:
—Юҡты эҙләп йѳрѳйбѳҙ инде,—тип һүҙ башлайҙар.
Олатай былар араҡы һорай икән тип:
—Юҡ нәмә беҙҙә лә юҡ инде, бѳтә илдә юҡ бит,—тип яуаплай.
* * *
Сәлимйән үҙенең ағаһы урынына эшкә бара. Хужалар килеп тѳшѳп, бының кемлеген асыҡлау ниәтенән, һораша башлай. Ағайыбыҙ ҡаушауынанмы, әллә руссаһы шул кимәлдә буламы:
—Я беременный, беременный,—ти икән, үҙенең ваҡытлыса эшләүен аңлатырға теләп («временный» тип әйтергә теләгәндер инде).


Гѳлйемеш Яйыҡбаева.
Сибай ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: