-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
1 Октябрь 2023, 12:00

Олатайҙар һәм оләсәйҙәр көнө менән!

Хөрмәтле өләсәй һәм олатайҙар! Байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, үҙегеҙ һымаҡ яҡшы күңелле, изгелекле ейән-ейәнсәрҙәр теләйбеҙ! 

Олатайҙар һәм оләсәйҙәр көнө менән!
Олатайҙар һәм оләсәйҙәр көнө менән!

***

Йәйге оҙон каникул буйы ауылда булған балаларҙы алырға ҡаланан ата-әсәләре ҡайтып төштө. Балалар ҡыуанды, ә олатай менән оләсәй шатлыҡтарынан үрле-ҡырлы һикерерҙәй булды.

***

Ейәне оләсәһенә телефондан шылтырата:

- Һинең ҡыҙың миңә баянан бирле ҡысҡыра. Килеп уны тыйыр инең!  

***

Ауылдағы оләсәй ҡалалағы ейәндәренә ҡаймаҡ, йомортҡа, ит ризыҡтары, алма, ә икенсе ҡалалағы оләсәйҙәре сәләм ебәрә!

Фото: foto-onlain.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: