-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
10 Ғинуар 2023, 13:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Донъяла Ҡуян (бесәй) йылына ла аяҡ баҫтыҡ. Ошо йылдарҙа (1963, 1975, 1987, 1999, 2011) тыуған кешеләр, донъяны үҙгәртеүҙе үҙемдән башлайым, тигән девиз менән йәшәй икән. Ҡуян башҡалар менән килешеп йәшәргә ынтыла, күпте белә, илгәҙәк, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн барыһын да эшләй. Тимәк, быйылға ҡуян йәки бесәйҙең һәйбәт сифаттарын үҙебеҙгә алһаҡ, уңасаҡбыҙ.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Иң билдәле “ҡуяндарҙың” береһе – Аргентина футболсыһы Лионель Месси. Күптән түгел генә донъя беренселеге финалында Франция командаһын еңеп, Аргентина чемпион булды. Был уңышҡа улар команданың капитанынан, бөгөнгө көндә донъялағы иң оҫта уйынсынан башҡа өлгәшә алмаҫ ине.
Лионель тиңдәштәренән бер-ике башҡа бәләкәй, сирләшкә генә малай була. Ата-әсәһе лә, тренерҙары ла унан футболсы сығасағына ышанмай. Бары тик өләсәһе генә уны, һин – даһи, барыһынан да шәберәк уйнаясаҡһың, тип дәртләндерә, уны көн дә күнекмәләргә йөрөтә, кескәй малайҙы этеп-төрткән, унан мыҫҡыллы көлгән йәштәштәренән яҡлай. Лионель Месси хәҙер һәр индергән тубын күптән донъя ҡуйған өләсәһенә бағышлай: ул ике ҡулын да өҫкә күтәреп уға рәхмәтен белдерә, ҡыуанысы менән уртаҡлаша.
Донъяла һине аңлаған, кәрәк саҡта күтәреп торғоҙған, күҙ йәштәреңде һөртөп йыуатҡан берҙән-бер кешең булыуы бөтә Ер шарын яуларлыҡ көс бирә, ҡуян булып тыуғанды ла арыҫланға әйләндерә шул.

Рәсәйҙә

Илдә йәшәүселәрҙең 15 проценты Яңы йылды лайыҡлы ҡаршылау өсөн кредит ала икән. Был һан күберәк тә булыр ине – барыһына ла бирмәйҙәр. Сөнки фатир – ипотекаға, машина кредитҡа алынған, һыуытҡысҡа, кер йыуыу машинаһына бүлеп түләүҙәр бар әле. Ярай әле пенсия арта, шуныһы ҡыуандыра. Яңы ғына редакцияға кереп сыҡҡан элекке коллегабыҙ шатлығы менән уртаҡлашты – 13 мең һумлыҡ пенсияһына теүәл 120 һум өҫтәгәндәр икән.
Аҡса ябай кешегә генә түгел, хатта депутаттарға ла етмәй. Санкт-Петербург аэропортында Дмитрий Пирог әфәнде шарап менән һыйланырға була, бер ҡыҙғас, йәнә өҫтәтеп ала. Апаруҡ ҡыҙмаса булған депутат, 20 мең һум түләргә тейешлеген белгәс, ҡапыл айнып китә, иҫәпләшеүҙән баш тарта, килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәренең кәрәктәрен бирергә вәғәҙәләй. Депутатты аңларға мөмкин, көпә-көндөҙ аҡыртып талау кемгә оҡшаһын, айына бары-юғы 400 мең һум тирәһе генә эш хаҡы ала бит ул.

Башҡортостанда

Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа түләүҙәр тарифын арттырмаҫҡа ҡушты. Йорттар ҡыйыҡтарын ремонтлау өсөн республика бюджетынан 100 миллион һум бүленәсәк икән. Бына быныһы – шәп яңылыҡ. Юғиһә, фатирға түләү хаҡтары шул тиклем артты – урманда ҡыуыш ҡороп йәшәрҙәй булаһың. Тик урманы ла Мәскәүҙеке бит әле, ундағы бүреләр юҡҡа олой тиһеңме ни?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: