“Һәнәк” күҙлегенән” рубрикаһы менән сыҡҡан донъя, Рәсәй, Башҡортостан яңылыҡтары, “Замана керҙәре” тормошобоҙҙа осраған тәртипһеҙлектәрҙе тетә. Иҫерек район башлығы, Мәләүез районындағы үткеһеҙ юлдар, Өфөләге гәзит-журнал киоскылары урынына шаурма нөктәләре асыу – ятып уҡырлыҡ мәҡәләләр былар ғына түгел. Тапҡырҙар турниры, көләмәстәр һәм мәҙәктәр ҙә бик ҡыҙыҡлы.
Рәшит Шәкүр, Мөкәрәмә Садиҡова, Илгиз Ишбулатов, Марат Әминев, Харис Шәрипов, Рәзилә Ырыҫҡужина, Рәшиҙә Мансурова, Юныс Зөбәйеров, Даларис Ғабдуллин, Вәкил Шәрәфетдиновтарҙың ижад емештәрен ауыҙ итеү үҙе ҙур кинәнес. Артур Василов, Диана Латипова кеүек рәссамдарыбыҙҙың һүрәттәре журналға нур һәм йәм өҫтәй, кәйефте күтәрә.
Ошо көндәрҙә “ВК”лағы дуҫтарыбыҙҙың һаны 17 меңдән ашып китеүе лә ҡыуаныслы күренеш. Әгәр уларҙың бер меңе генә булһа ла “Һәнәк” журналына яҙылһа йәки ата-әсәләренә, туғандарына, дуҫтарына шундай бүләк эшләһә бигерәк тә шәп булыр ине. “Һәнәк”кә йылдың һәр көнөндә һәм айында яҙылырға мөмкин!