+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕР ҠАТЛЫЛАРҒА ҺАБАҠ Фельетон

   Иғтибар итегеҙ,  "Һәнәк"тә яңы рубрика. Әгәр һеҙ ундағы һабаҡтарҙы уҡып барһағыҙ, алданыуға юл ҡуймаһағыҙ, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек, тигән һүҙ. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа,кем әйтмешләй, бер төрлө, сәйер, уйлағанын һөйләп торғандар бар. Юҡ, улар күп түгел, әммә бар. Хатта уларға рәхмәт әйтке килә. Ни өсөн рәхмәт? Сөнки улар бер ҡатлыланып,  беҙҙе хаталарҙан ҡурсалап торалар. Иң тәүҙә асыҡлайыҡ, хәйләһеҙҙәр  ҡайҙан килә?

БЕР ҠАТЛЫЛАРҒА ҺАБАҠ 	Фельетон
БЕР ҠАТЛЫЛАРҒА ҺАБАҠ Фельетон

Бер ҡатлылар һабағы  иң беренсе  сиратта эскерһеҙ һәм алданырға әҙер торғандарға ярҙам маҡсатында эшләй. Шундай алйоттар бар, уларҙы алдамаһаң, улар үпкәләргә тора һәм алданыуға хоҡуҡтарын яҡлап,  һеҙҙең өҫтән ялыу яҙыр һымаҡ. Ә ул һеҙгә кәрәкме?  

         Бына өр-яңы, хатта себен ҡунмаған миҫал. Бер ҡатынға ниндәйҙер фондтан шылтыратып шул тиклем оҫта алдағандар, һармағыбыҙ ҡыуана-ҡыуана ышанған, үҙе йәшәп ятҡан фатирын тиҙ арала һатып ебәргән һәм ике миллион аҡсаһын беренсе һәм һуңғы тапҡыр күргән сит-ят бәндәләргә илтеп тотторған. Әле мутлашыусыларҙы эҙләйҙәр, ләкин уларҙың тотолоуы, йә намыҫтары ғазаплап, аҡсаны кире килтереп биреүҙәре бик шикле. Алдаштырып алынған аҡса дөйөм алғанда беҙҙә  ике  миллиард һумдан артыҡ  тәшкил  итә. Алданғандарҙың барыһына ла нисек ярҙам итеп өлгөрәһең. Шуға беҙҙең маҡсат–һармаҡтарҙы киҫәтеү, яңылыш аҙымдан һаҡлау, йәғни күҙҙәрен асыу. Башҡалар ҙа ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Әйҙәгеҙ, бер ҡатлыларһыҙ Рәсәй өсөн бергә көрәшәйек!

 

                                                                          Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: