Ә Аҡ йорт бөтә донъяны ҡурҡыта. Үҙенең дә шөрләүен күрһәтеүҙән тартынмай. Мәҫәлән, АҠШ илселегенең Украиналағы күпселек вәкилдәре океан аръяғына ҡайтып киткән, ә олигархтар Европа илдәрендә һыйыныр урын тапҡан.
Ошо ваҡиғаларға бәйле Бөйөк Британияның мәшһүр медиамагнаты Руперт Мердок һабаҡтары иҫкә төшә. Кемдәр белмәй йәки онотҡан, журнал һәм гәзиттәр хужаһы хаҡында бер кәлимә һүҙ. 60-сы йылдарҙа мәғлүмәт донъяһына магнаттың йоғонтоһо хәҙерге интернет дәүеренән кәм булмаған. Гәзит баҙарын үҫтереү буйынса иң йоғонтоло яңылыҡтарҙы ул индергән. Был сараларҙы, хәҙер иҫкереү сәбәпле, иҫкә төшөрөп тормайбыҙ, ләкин уның сәйәсмәндәр тураһында үҙҙәре иҫән саҡта уҡ ҙур-ҙур полосалар әҙерләүе тураһында яңылыҡ әле лә иҫкермәгән. Мәҫәлән, кеше һыуынып бөтмәгән, ә уның хаҡында гәзиттәр яҙа, телевизор күрһәтә, радио һөйләй.
Әле һеҙгә мәғлүм итәсәк лаҡап 60-сы йылдар тирәһендә барлыҡҡа килгән, һәм уның дөрөҫлөгөн берәү ҙә шик аҫтына ҡуймай. Ҡыҫҡаһы, Руперт Мердок яңы өмөтлө хәбәрсене эшкә ҡабул итә һәм уға былай ти:
– Һеҙҙең мәғлүмәт донъяһына яңғыратып килеп инерлек мөмкинлегегеҙ бар, – ти ул. – Хәҙер үк Африкаға шул-шул дәүләткә барып етегеҙ. Был ил нефть-газға, алмасҡа бай. Егеттәр шуны бүлешә алмай интегә. Әле унда ҡаты һуғыштар бара, шунан бер-ике репортаж яҙып, миңә нәмәгә оҫта икәнлегеңде күрһәт әле.
Бындай ышаныстан башы әйләнгән, эшкә атлығып торған хәбәрсе төрлө һынауҙар аша магнат тәҡдим иткән дәүләткә барып етә. Баш ҡала буйлап йөрөй. Атҡан, шартлаған ишетелмәй, ҡан ҡойош күренмәй. Килеп аптырағас, ил буйлап тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә. Гәзиттәрен ҡарай, урындағы телевидениеға күҙ һала – бар ерҙә тыныслыҡ.
– Мин һеҙ әйткән урынға килеп еттем, – тип магнатҡа шылтырата ул. – Һеҙҙең заданиеғыҙҙы үтәргә әҙермен.
– Беҙ һинән хәбәрҙәр көтәбеҙ, нишләп бер мәҡәләң дә юҡ, – тип асыуланған гәзит-журналдар хужаһы.
– Бында барыһы ла тыныс, атҡан, шартлатҡан тауыштар ишетелмәй. Кешеләр имен-аман эшләп йөрөй, – тип аҡланған хәбәрсе егет.
– Һуғыш сығарыу һинең эшең түгел! – тип ҡысҡырған мәғлүмәт миллиардеры. – Һин беҙгә урындан һуғыш хәрәкәтенең нисек барыуы, кешеләрҙең бер-береһен нисек ҡырыуы тураһында яҙырға тейешһең. Ә ҡалғаны беҙҙең эш! Тиҙерәк материалыңды ебәр! – тип тупаҫ бойорған уға магнат.
Хәбәрсе урамдар буйлап тағы бер үткән. Балалар уйнап йөрөй, өлкәндәр ҡайҙалыр эшкә ҡабалана. Магазиндар, ашханалар, ресторандар эшләй.
Хәбәрсе хужаһының һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, көсәнә-көсәнә яҙа башлаған.
...Бына ҡаланың тын урамдары буйлап балалар күңелле итеп үтеп китте. Шул ваҡыт күкте ярып хәрби самолет килеп сыҡты һәм ҡала өҫтөнә бомбалар ташланы. Атыу тауыштары ишетелә, ҡайҙандыр танктар килеп сыҡты. Сәскәгә күмелгән клумбалар эргәһендә баяғы балалар үлеп ята. Өлкәндәр тырым-тырағай ҡасып бөттө. Аяҡ-ҡулдары өҙөлгән кешеләр ярҙам һорап ыңғыраша.
Шундай рухта ике-өс битлек мәҡәлә бер сәғәт эсендә редакцияның өҫтәленә барып ята.
Икенсе көнөнә таң менән Бөйөк Британияла һәм Көнбайыш Европа илдәрендә Мердок ҡарамағындағы гәзиттәр Африкалағы илдә барған сираттағы хәрби түңкәрелеш хаҡында береһенән-береһе ҡанҡойошлораҡ мәҡәләләр менән тула.
Был мәҡәләнең көнэлгәре барлыҡҡа килеүенең сере нимәлә? Руперт Мердок Бөйөк Британия хөкүмәте менән бергә эшләй. Улар тарафынан ҡайһы илдә ҡанҡойош ойошторолоуы, хәрби түңкәрелештәр булыуы хаҡында алдан уҡ белеп тора һәм был хаҡта хәбәр итеп өлгөрә.
Беҙҙең осраҡта ла мәғлүмәт баҙары 60-сы йылдарҙан, йәғни Руперт Мердок заманынан алыҫ китмәгән һымаҡ. Мәҫәлән, Блумберг агентлығы төн уртаһында Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүе хаҡында ялған хәбәр ҡуйып, ҡулланыусыларының ҡотон бер тапҡыр осорҙо инде. Рәсәйҙең оҙаҡламай һуғыш асыуы тураһындағы хәбәрҙе Аҡ йорт икеләнмәйенсә тарата, хатта үҙен был һуғышҡа ҡаршы төп гарант, уны туҡтатыусы сифатында пропагандалауҙан да тартынмай. Нимә өсөн? Байден ҡартластың был донъяла Рәсәйҙең һәм Украинаның барлығын онотоп ҡуймаһын өсөнмө? Әллә тыныслыҡты һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Нобель премияһы эләктерергә самалайҙармы?
Беҙ, мәҫәлән, АҠШ-ты еңергә теләйбеҙ. Ҡайҙа булһын, әлбиттә, Пекинда барған олимпиадала. Бик шәп еңеү булыр ине ул.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ