Бына Төньяҡ Американан берәү Рәсәйҙә йәшәүсе ханымға көтмәгәндә ғашиҡ була һәм үҙенең ниәттәренең изге икәнлеген белдереп, ҡауышыу сәғәтен ашыҡтыра башлай. Ханым нимә эшләһен инде, ышана, һүҙҙәрен ысынға ҡабул итә һәм бәхетле мәлдәрҙе көтә башлай. Бөтәһе лә һәйбәт булыр ине, әгәр был кешенең беҙҙең илгә килеү өсөн аҡсаһы ла булһа. Хәйер, хәлле булһа, сайт аша һоранып тормаҫ, былай ҙа килеп етер ине. Ҡатын үҙ ғүмерендә күрмәгән кешегә шунда уҡ 300 мең һум аҡсаһын күсерә һәм өйөн йыйыштырып, тәмлекәстәр һатып алып, көтә башлай. Ә кейәү булаһы мистер офоҡтан тамам юғала һәм башҡа ҡорбандар эҙләп ары китә, тип аңларға кәрәк. Бына шулай заман. Бер яҡтан ҡараһаң, анһат, тиҙ арала бәйләнешкә инергә, көтмәгәндә ғашиҡ булырға, алданырға, аҡсаңды юғалтырға ла мөмкин.
Р.ҒӘЛИМОВ