+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ИШЕТМӘҺӘҢ-ИШЕТ! ШӘКӘРГӘ ҠАЛҺА КӨНӨҢ

Шәкәр бөтә, ҡиммәтләнә, хөкүмәт нимә ҡарай, тип уфтанмаған кеше бик һирәктер. Барлыҡ илдә шулайыраҡ хәлдәр.Түҙәйек һәм яҡшыға өмөт итәйек. Әле егерме- утыҙ йылдар әүәл икмәк тә иҫәпле, май ҙа граммлап ине. Аллаһҡа шөкөр, ҡаҙыһы ла, колбасаһы ла өйөлөп ята. Эйе шул, аҡсаң ғына булһын. Нимә,тине? Үҙең нимә ашайһың, тинеме? Бик урынлы һәм кәрәкле һорау. Тәүҙә нимә ашамауым хаҡында мәғлүмәт. Студент сағымда шәкәрле  сәй һәм маргарин майы үҙәгемә үтте, хатта майҙың еҫен дә яратмайым. Йыл  һайын бер-ике  ҡышлыҡ ҡайнатма әҙерләйбеҙ.Ҡустымдың умарталығы баллы булырға ярҙам итә. Ит баҙарҙан өҙөлмәй, киләсәктә лә шулай булһын.  

ИШЕТМӘҺӘҢ-ИШЕТ!  ШӘКӘРГӘ ҠАЛҺА КӨНӨҢ
ИШЕТМӘҺӘҢ-ИШЕТ! ШӘКӘРГӘ ҠАЛҺА КӨНӨҢ

Анауы самолетҡа дүрт аяҡлап менә торған Байден бабай эшемде ҡырҙы, рәхмәт яуғыры. Беҙҙән затлы гәүһәрҙәрҙе, нефть, газды, араҡыны һатып алыуҙы тыйған бит. Дөрөҫ эшләгән, эскене ташларға күптән ваҡыт, ә ташына килгәндә, күптәр уның нимә икәнен дә белмәй. Газ  менән нефть хаҡында ҡыш үткәс түгел, йәй һатыулашалар.Ҡыш туңмаҫ өсөн. Әгәр хәлдәр былай барһа, яғыулыҡ киләһе йылға күберәк кәрәк булыр һымаҡ.

“һәнәк”

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: