+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ишетмәһәң – ишет! Табиптар кәрәгәсәк әле

Донъяла бығаса күрелмәгән йоғошло сирҙең таралыуы, табиптарҙың һөнәренең үҙенсәлектәре, эш шарттары байтаҡ ҡына етешһеҙлектәрҙе асып һалды. Гиппократ анты менән генә һаулыҡ һаҡлауҙың юғары кимәлен тәьмин итеү мөмкин түгел икән. Һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендәге йөҙҙәрсә юғары уҡыу йорто һәм медицина училищелары эшләй һәм йыл һайын тиҫтәләрсә мең табипҡа дипломдар тоттороп үҙ аллы эшкә оҙата. Уларҙың күпселеге был яуаплы һөнәрҙе үҙ теләге менән һайлаған һәм артабан да ошо йүнәлештә эшләргә әҙер.

Ишетмәһәң – ишет!  Табиптар кәрәгәсәк әле
Ишетмәһәң – ишет! Табиптар кәрәгәсәк әле

Ләкин, үкенескә ҡаршы, барлыҡ халыҡты тетрәнергә мәжбүр иткән «тажлы» зәхмәт ҡайһы бер кәмселектәрҙе лә асып һалды. Сөнки табиптарҙың бер өлөшө кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һымаҡ яуаплы һәм абруйлы эшкә әҙер булмай сыҡты. Мәҫәлән, 2021 йылда ғына 408 белгес үҙ һөнәренән баш тартҡан һәм профессияһын алыштырған. Ни хәл итәһең, донъя быға тиклем әлеге кимәлдәге һынауға дусар булғаны юҡ ине. Бәлки, кемдәрҙер табип һөнәрен үҙ ихтыярынан тыш һайлағандыр, бәлки, хаталанғандыр. Әлбиттә, хөкүмәт һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт  хаҡын арттырыу, эш шарттарын яҡшыртыу, абруйын күтәреү буйынса байтаҡ эшләне. Ләкин был ғына етмәй, күрәһең.

Табип һөнәренең әһәмиәте хаҡында һөйләгәндә, СССР-ҙа репрессия йылдарынан һуң булған ваҡиғаларға күҙәтеү иҫкә төшә. Сталин лагерҙарында ултырып ҡайтҡан атай-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына табип һөнәрен һайлауҙы тәҡдим итәләр икән. Беләһегеҙме, ни өсөн? Сөнки лагерь барактарында иң абруйлы кешеләр табиптар булған.

Шөкөр, хәҙер беҙгә ундай заман янамай һымаҡ. Ләкин йоғошло сирҙәрҙең таралыуы киләсәктә лә булмаҫ тип берәү ҙә гарантия бирә алмай. Табиптар киләсәктә лә кәрәк буласаҡ, тимәк, уларҙы уҡытырға, әҙерләргә тура киләсәк.

 

Р. ҒӘЛИМОВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: