Был ваҡиғаға Һаулыҡ һаҡлау министрлығында техник хата, тигән баһа биргәндәр һәм тиҙ арала хатаны төҙәтергә булғандар.
Мәғлүмәт бөтөнләй күренмәй ҡалыр ине, әгәр мөрәжәғәт итеүсе кеше 48 йәшлек ир булмаһа.
Хаталарҙы табиптарҙың ҡабаланыуына ла һылтарға мөмкин булыр ине, ләкин бер шик бар. Беҙ Совет дәүерендә сыныҡҡан халыҡ, аҙ ғына сөскөрһәк тә дауаханаға ашыҡмайбыҙ, аяғөҫтө үткәрергә өйрәнгәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр эшләгән кеше ай һайын страховкалау аҡсаһын теүәл түләп бара. Был осраҡта ла шул хәл ҡабатланмай микән? Мәҫәлән, теге йәки был кешене дауахана ишеген асырға ҡабаланмаһа ла, килде, ҡаралды, ҡотҡарып ҡалдыҡ, тип теркәп барыуы һис тә ауыр түгел. Бындай осраҡтар республикала йыш осрай. Шуның өсөн дауаханаға ауырыған осраҡта ғына түгел, профилактика, йәғни сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн барыу ҙа һис тә артыҡ булмаҫ.