Борсолмағыҙ, йәмәғәт, беҙҙә шәкәр бар, һәм ул етерлек. Ике завод йыл һайын республикала йәшәүсе 4 миллионлы халыҡҡа етерлек тәмлекәс етештерә. Күрше өлкәләргә лә оҙатабыҙ, сит илдәр ҙә һатып ала.
Был осраҡта шәкәрҙең күплегенә, хаҡтарҙың артыуына ниндәй аңлатма бирергә? Һәр баҙар өсөн төп ҡанун шул: һәр береһе үҙенең тауарын ҡиммәтерәккә һатырға тырыша. Рәсәйҙә һәр кеше был законды белә, ләкин дөрөҫ файҙаланыуҙан алыҫ тора. Сөнки баҙар менән боҫоп ҡына, йәки күренмәйенсә идара итеүсе көстәр бар, ләкин беҙ уларҙы фашлай ғына белмәйбеҙ. Сит илдәрҙә, мәҫәлән, бындай мутлыҡтар бик ҡиммәткә төшә һәм магазин хужалары бындай оятһыҙлыҡҡа юл ҡуймай. Беҙҙә, мәҫәлән, бындай мутлыҡ өсөн 5 мең һум штраф түләтәләр икән. Шулай булғас, мутлашмай, нимә эшләһендәр инде.
Р. Ҡарабаев.