+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 12:53

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Етенсе өлөшө

Тәүгә осраған ете ят әҙәмдең уға былайтып аҡса тәҡдим итеп тороуы Булатты ғәрләндерҙе. Ҡаштарын төйөп, аҡса һуҙған ҡулды этәреп ебәрҙе: – Ал аҡсаңды! Хәйерсе тиһеңме әллә! Ә тегеһе бер ни булмағандай, артынан ялбара биреп ҡысҡырып ҡалды: – Шылтырат, йәме! Номерҙы юғалтып ҡуйма! Онотма, был бик мөһим! Көтәм! Көтәм, дуҫ!

-1-     -2-     -3-     -4-     -5-     -6-     -7-     -8-     -9-     -10-     -11-     -12-

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Етенсе өлөшө

 

Тәүгә осраған ете ят әҙәмдең уға былайтып аҡса тәҡдим итеп тороуы Булатты ғәрләндерҙе. Ҡаштарын төйөп, аҡса һуҙған ҡулды этәреп ебәрҙе:

– Ал аҡсаңды! Хәйерсе тиһеңме әллә!

Ә тегеһе бер ни булмағандай, артынан ялбара биреп ҡысҡырып ҡалды:

– Шылтырат, йәме! Номерҙы юғалтып ҡуйма! Онотма, был бик мөһим! Көтәм! Көтәм, дуҫ!

“Көтмәһәң, кәрәк!” – тип, ауыҙ эсенән мығырлап китеп барһа ла, «Тә-әк, – тип уйланы ул машинала кирегә әйләнгәндә. – Нисек был эштең осона сығырға? Ул бит үҙе лә, бына ҡалайтҡанда ла, Палычтың өйөнә ҡайтмай эсеп йөрөрөнә ышанмай. Бығаса шулай булғандыр ҙа ул, дауаланғандан һуң, ҡабат ҡайҙалыр китер хәлдә лә, инеп күренергә тейеш тә баһа. Ул бит ҡыҙын һағынғайны, тик шул хаҡта ғына һөйләне һуңғы көндәрҙә. Ишеткәндәрен бергә бында килтереп ялғағанда… бигерәк ҡурҡыныс булып китә. Улайһа, санаторийҙағыларҙың барыһы ла үлем алдында йөрөй буламы? Ул  да, Сафия ла… Ә һуң, теге ваҡыт, Сафия хаҡында барманымы ни һөйләшеү? Нисек белергә? Нисек яңылышмаҫҡа? Нисек, нисек? Башҡа һыймай… Етмәһә, бынау әҙәме кем? Нимә бәйләнде, нимә белә?.. Вәт башҡа бәлә булды, ә!»

Нисек кенә булғанда ла барыһын да асыҡларға тейеш икәнлеген аңлай ине Булат. Шунсама кешене, бигерәк тә Сафияны ҡорбанға килтертә алмай. Ул  инде бер тапҡыр әҙәм ғүмерҙәрен ҡыйыуҙа ҡатнашты, икенсе тапҡыр ундайҙы ҡабатламаясаҡ. Бер тапҡыр эске донъяһын ҡыйратырға, намыҫын һалып тапарға юл ҡуйҙы, ҡабат рөхсәт итмәҫ. Үлһә, ошолар менән бергә үлер, әммә ташлап ҡасмаҫ.

Һуңға ҡалып ҡына, кеше аяғы һил булғас, Сафияның ишеген шаҡыны. Ҡатын кем икәнлеген аяҡ тауышынан уҡ танып ултырғас, килеп асты ла, кире урынына – тегеү машинаһы артына барып ултырҙы. Ул да үҙенә шөғөл тапҡан – бындағыларға түшәк кәрәк-яраҡтары, ҡорған-фәләндәр тегеп үткәрә көнөн. Машинкаһын Богдан Родионович алып килеп биргән.

Егет инеп тә, һаман өндәшмәй ултырғас, Сафия ҡулындағы һүтеп ултырғандарын ҡуйып, ҡарашын күтәрҙе:

– Ни булды?

Булат икеләнде, шуға уратып башланы:

– Сафия, һин батыр кешеме?..

Тегеһе бер нәмә лә аңламаны:

– Нисек? Ниндәй мәғәнәлә?

– Ну-у… Дөйөм алғанда. Кисергәндәреңде уйлағанда, көслөһөңдөр. Ҡарап тороуға сибек кенә булһаң да, артыҡ ҡурҡаҡҡа ла оҡшамағанһың.

– Аңламайым. Ниндәй булыуым ниңә кәрәк әле? Бөгөн күрештек, иртәгә хушлашабыҙ тигәндәй, ҡалай булһам да, киләһе аҙнала китәм инде.

Был яңылыҡтан егет әйтергә теләгәнен онотто:

– Кем әйтте ?

Уның ҡапыл былай ҡысҡырып ебәреүе Сафияны оторо аптыратты:

– Кем булһын – врач.

– Богдан Родионовичмы?

– Эйе.

Булат урынынан һикереп тороп уҡ китте, ҙур устарын шытырлатҡансы ыуалап, иҙән буйлап әйләнде. Унан, ниндәйҙер бер мөһим нәмәне хәл  иткәндәй, ҡатынға яҡын уҡ килеп ултырҙы, тегеһе күҙҙәрен киң асып артҡа шылды. Егет инде ҡапыл ынтылып, яурындарынан тотоп алғайны, бөтөнләй бөршәйеп төштө. Булат, барыһын да бер юлы һөйләп ташларға тип, етди төҫ менән ҡатындың йөҙөнә тура ҡараны ла, ҡурҡыуҙан юғалып ҡалған был йәшкелт-зәңгәр түңәрәк күҙҙәргә төбәлеп ҡалды. Айыра алмай ине ул ҡарашын был төпһөҙ күлдәрҙән. Бындай илаһилыҡты күргәне лә булмағандыр - юҡтыр. Бөтөн тәне, кәүҙәһе аша үтеп ингән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә татлы тулҡындарҙы тойоуҙан йөрәге һуғыуҙан туҡтаны, хатта бар эргә-тирә, донъя, йыһан ҡатып ҡалды. Магнит менән тартылғандай булып, үҙе лә аңламаҫтан, дерелдәп асыла башлаған ирендәргә эйелгәйне генә, тегенеһе:

– Теймә миңә… үтенәм, – тип шыбырлап өлгөрҙө.

Ток һуҡҡандай тәьҫир итте был һүҙҙәр егеткә, ул  һеләүһен етеҙлегендә ситкә ырғыны. Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан ҡатын телгә килде:

– Булат, әйҙә, ошо тәңгәлдә матур ғына итеп айырылышайыҡ. Минең - һиңә, һинең миңә үпкәң ҡалмаһын. Әгәр ҙә икенсе ваҡытта, башҡараҡ хәлдәрҙә осрашҡан булһаҡ, моғайын, башкөллө ғашиҡ та булыр инем. Һинең яҡшы кеше икәнлегеңде күрәм. Әммә… үҙең беләһең, тигәндәй…

– Нимә беләм? Бер нәмә лә! Һин бит минең менән һөйләшмәйһең, ҡасаһың минән, ҡурҡаһың.

– Аралашҡым килмәй, ышан. Ғәйеп һиндә түгел.

– Сафия, хәлеңде аңлайым…

– Нимә аңлайһың һин? – Ҡатын һарҡып сығып, сикәләренән йүгерә башлаған йәштәренән оялыуын асыу менән баҫып маташты, әллә тулышып һыҙлаған күңеле урғып түгелеп киттеме. – Минең кеүек берәүгә лә кәрәкмәгән бала булып үҫтеңме? Оятһыҙлыҡтан ҡасып-боҫоп йәшәнеңме? Мыҫҡыл  ителдеңме? Түбәнһетелеү кисерҙеңме? Балаң… сабыйың үлдеме…

Башҡаса булдыра алманы Булат, ҡысҡырыуҙары үкһеүгә әүерелгән ҡатынды һаҡ, әммә ҡаршылашмаҫлыҡ итеп ҡосаҡлап алды.

– Тыныслан, Сафия, тыныслан, матурым, мин һине бынан ары берәүҙән дә рәнйеттермәм. Тыныслан…

Уның һайын ярһыны, уның һайын буҫлыҡты ҡатын. Егеттең күлдәк түше лыс һыу булды. Берәүҙең дә былай оҙаҡ итеп илағанын күргәне булмаған Булат, әле килеп күҙ йәштәренең йән әрнеүен йыуып төшөрә ала торған көс икәнлеген аңлап, ҡосағын ҡыҫа ғына төштө.

Ахыры шымып ҡалды ҡатын. Бер аҙ торғас, тынысланғандай булып, үҙен ҡоршаған көслө беләктәрҙән ысҡынды. Ысҡынды ла карауатына барып ултырҙы һәм «бына инде, ошолай килеп сыҡты» тигән ҡиәфәттә егеткә күтәрелеп ҡараны. Ошоно ғына көткән Булат уның алдына килеп сүгәләне, кескәй ҡулдарын устарына алды. Ҡатын ҡарышманы.

– Сафия, һөйләшеп алырға кәрәк.

– Һөйләштек бит инде, тағы ни…

– Бик етди проблема бар. Һин бүлдермәй генә тыңла, тик ҡурҡма, йәме, тыңлап бөт тә, уйлашырбыҙ.

Ҡатындың ебеп киткән танауын мыршылдатып, үҙәген тарта-тарта ризалығын белдереп баш һелкеүе бөтөнләй балаларса килеп сыҡты. Был күренештән Булаттың уны тағы ла ҡосағына алғыһы, иркәләгеһе килде. Тик булмай, улай ярамай. Ул хәҙер ҡабалана-ҡабалана ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирҙе. Аҙаҡ үҙенең уйҙарын да әйтте. Ә тегенеһе, гүйә, бер ни аңламаған кеүек текәлеп тик ултырыуын белде.

 – Сафия, һин мине тыңланыңмы шул? Сафия…

– Булат? – Ҡатын уға ышанмай ине.

– Ышанмаһаң ышанма, Сафия, әммә мин һине былай ғына берәүгә лә тоттороп ебәрә алмайым.

Арығансы бәхәсләште был кисте ике йәш кеше, тик Сафия бындай хәлдең булыу мөмкинлеген ишетергә лә теләмәне. Ул бит бөтөн донъяла берҙән-бер һыйыныр урын тапҡан, уны ауыр хәлендә ошонда ғына ҡабул иткәндәр, кешесә мөнәсәбәт күрһәткәндәр. Шундай упҡындан тартып сығарып йән өргәндән һуң ниңә уны үлтерергә теләһендәр, ти. Ниндәй ағза? Ниндәй донор? Ул ниндәй донъяла булмаған, ҡолаҡ ишетмәгән хәбәр?!

                                      

***

Булатты көскә тынысландырып, һаҡ булырға, бөтә яңылыҡтарҙы ла уға белдереп, аңғартып ҡына йөрөргә вәғәҙә итеп, саҡ сығарып ебәргәс, Сафия урын йәйеп ятһа ла, йоҡлап китә алманы. Беренсенән, уны егеттең һөйләгәндәре хайран итһә, икенсенән, көндән-көн эҫенә, яҡынлаша барған мөнәсәбәттәре борсоно. Ул үҙенә ундай хис-тойғолар рөхсәт итә алмай. Хистәр һиҙерлек, хисләнеп йөрөрлөк наҙ ҡалғанмы һуң күңелендә? Барыһы ла тапалып, бысранып, көйөп-янып бөткән бит. «Һөйлә, мин аңлармын», – тигән була ла, егет кешегә һөйләрлек, аңлатырлыҡмы уның күргәндәре? Һәм ниҙән башлап һөйләргә була?

Сафияның атаһы менән әсәһе айырылышҡанда ул беренсе класҡа бара торған бала ине. Тик ололар еңешә алмай, тартҡылашып йөрөп, йәй үтеп, көҙ еткәнен дә һиҙмәй ҡалдылармы, әллә шулай бер-береһенән үс алдылармы – ҡыҙыҡайҙы мәктәпкә әҙерләүсе булманы. Атаһы икенсе ҡатынға мөкиббән киткән булһа, әсәһе уны ебәрмәҫ өсөн, балаңды ла алып кит, тип яһилланды. Тик бала атайға бер ни хаҡҡа ла кәрәкмәй булып сыҡты. Ул китте лә юғалды. Әсәһе иһә яңғыҙ ҡалыуының бар ҡөһөрөн ҡыҙына төшөрҙө. Ураған һайын “атаң балаһы”, “атаң ҡошап” тип әрләне. Бер йылға һуңлатып, өләсәһе алып барҙы Сафияны мәктәпкә. Әсәһе, этеп-төртөп йөрөтә торғас, ауылдағы ҡарт ҡәйнәһенә алып барып ҡалдырып киткәйне балаһын. Шунда унынсыны бөтөп, өләсәһе лә үлеп киткәс, әсәһенә күсеп килергә мәжбүр булды. Был ваҡытта әсәй тигәненең, үҙенән ун ике йәшкә кесе ирҙе индереп алып, шуны нисек тә тотоп, әүрәтеп йәшәү өсөн тиреһенән сығырҙай булып йөрөгән сағы ине. Теләгәндә килеп, теләмәгәндә сығып китеп, эре генә көн иткән әҙәм, йәш ҡыҙ барлыҡҡа килгәндән һуң, был йортҡа эҫенде лә китте. Ҡатыны өйҙә булмағанда, үгәй ҡыҙын аулаҡта һағалап, мөхәббәт һүҙҙәре һөйләп, бәйләнеп аптыратты. Ярҙам эҙләп, хәлде әсәһенә аңғартҡайны, тегенеһе балаһын яҡлашыр урынға: «Атаң балаһы, шуның кеүек, күҙең-башың уйнап», – тип тетмәһен тетте генә. Аҙаҡ нисек тә үҙен-үҙе яҡларға, һаҡланып, абайлап ҡына йөрөргә тырышты ла, тик йәш ҡыҙ бала һунар ҡомары уянған әрһеҙ ирҙән хәйләлерәк була аламы? Бер көн, төн шикелле ҡараңғы һәм ҡурҡыныс көндө булды ул хәл. Уҡыуҙан ҡайтып, сәй эскәс, серем итеп алмаҡсы ине, баҫылып йоҡлаған да киткән. Шул ятыуында теге хәсистең ишек асып килеп ингәнен дә, янына килеп аунағанын да ишетмәй-тоймай ҡалған. Тәненә кемдеңдер ҡағылыуына албырғап уянып киткәйне, ҡотолор әмәл юҡ. Әҙәм аҡтығы оло кәүҙәһе менән тал сыбыҡтай һынын түшәккә ҡуша ҡыҫты ла, ҡысҡырырға асылған ауыҙын усы менән томаланы. Ҡото осоп, көрмәкләшеп маташҡан ҡыҙ бер аҙҙан ҡурҡыуҙан һәм тын етмәүҙән иҫен юйҙы…

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Етенсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Етенсе өлөшө
Читайте нас: