+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 13:02

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Һигеҙенсе өлөшө

Был афәтте әсәһенә һөйләп аңлатыу, бәләһе менән бүлешеү мөмкин булмаған хәл ине. Сафия ни эшләргә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ә теге ҡомһоҙ бындай рәхәтлектән баш тартырға теләмәне: һағаланы, баҫтырҙы, эҙәрлекләне. Дәрестәрҙән һуң көндәр буйы әсәһенең ҡайтыуын көтөп, урамда йөрөнө ҡыҙ. Тик теге бында ла хәйләһен тапты.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Һигеҙенсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Һигеҙенсе өлөшө

-1-     -2-     -3-     -4-     -5-     -6-     -7-     -8-     -9-     -10-     -11-     -12-

 

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Һигеҙенсе өлөшө

 

 

Был афәтте әсәһенә һөйләп аңлатыу, бәләһе менән бүлешеү мөмкин булмаған хәл ине. Сафия ни эшләргә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ә теге ҡомһоҙ бындай рәхәтлектән баш тартырға теләмәне: һағаланы, баҫтырҙы, эҙәрлекләне. Дәрестәрҙән һуң көндәр буйы әсәһенең ҡайтыуын көтөп, урамда йөрөнө ҡыҙ. Тик теге бында ла хәйләһен тапты. Әсәһенә Сафия ишетерлек итеп: “Килә алмайым, шунда-бында барам”, – тигән булды ла, ҡыҙ тынысланып ҡайтып ултырһа ғына, килеп тә инде. Һәм теге кәмһенеү тағы кисерелде… Унан тағы… Тағы… Ә бер көн Сафия физкультура дәресендә иҫтән яҙып йығылды ла, “тиҙ ярҙам” алып барып ҡалдырған дауахана табибы әсәһенә ҡыҙҙың йөклө икәнлеген әйтте. Барыһын да аңланы әсәһе, нисектер, шунда уҡ һиҙҙе еҫтең ҡайҙан сыҡҡанын. Юғиһә, “Кемдән?” тигән һорауҙы бирер ине лә һуң? Башта бер аҙ шаңҡығандай өндәшмәй йөрөнө лә, бер аҙ фекер туплап алғас микән: “Мин һинең арҡала шәхси бәхетемдән баш тарта алмайым, атайыңдың тормошомдо боҙғаны ла еткән, кит, приютҡа бар, унда һине аласаҡтар”, – тине. Шул һүҙенән һуң башҡаса һөйләшмәне лә, белмәне лә күрмәне лә ҡыҙын. Әйтерһең дә, ул юҡ, инде-сыҡты, әле бер, әле икенсе дуҫын алып ҡайтты, күңел асты, әммә балаһына бер генә ҡараш та һалманы. Эсе беленә башлағас, мәктәпкә йөрөүен дә ҡуйҙы Сафия, унан килеп, эҙләй башлағастары көндәрен вокзалдарҙа, парктарҙа йөрөп үткәрә торған булып китте. Әсәһе килеүсе уҡытыусыларға, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы хеҙмәткәрҙәренә: “Бер ни хәл  дә итә алмайым, тотоп алып булмай, теләһә кемгә тағылып сыға ла китә, боҙолған инде боҙолған”, – тип һөйләп ҡалды. Мәктәпкә лә, ғөмүмән, был ҡалаға ла яңы килгән ҡыҙҙың ниндәйлеген кем белеп, аңлап өлгөрһөн. Шулай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, берәү килеп, фәлән-фәлән ерҙә уның кеүектәр өсөн приют барлығын әйтте, теләһә хәҙер үк алып барып ҡуйыу теләген дә белдерҙе. Бығаса ҡала уртаһындағы бер приюттың янынан ҡырҡ үтеп тә инергә ҡыйыулыҡ тапмаған булһа, әле килеп ярҙам ҡулы һуҙыусыға ҡараны ла ҡатты. Эйе лә, юҡ та тип әйтә алманы ул. “Эйе” тиһә, тағы бер кәмһенеү, “юҡ” тиһә – нишләр? Өндәшеүсе лә уның хәлен аңланы, буғай, ипләп кенә ҡултыҡлап алды ла китте. Юлда йөҙ төрлө уйҙар уйлап, борсолоп килһә лә, бында урынлашып алғас, үкенмәне ҡыҙ. Хатта рәхмәт уҡып бөтә алманы. Бәпесен дә яратҡайны бит ул. Яратҡайны. Ҡорһағында йөрөткәнендә: “Мәңге ҡабул итә алмам, теге әҙәмдең балаһы”, – тип екһенеп уйланы, шул зарынан һыҙылып, хәсрәтләнеп йөрөнө. Ә инде йәнен ярып сыҡҡас, Богдан Родионовичтың тиҙерәк биләүләп алып килеп һалыуын көттө, нишләптер күргеһе килде. “Бер ҡарармын да ҡуйырмын”, –тигәйне, алдан да табипҡа шуны аңғартып ҡуйғайны. Тик врач ҡулында тегеләй-былай әйләндерелгән сабыйҙың ялыныс илауын тыңлап ята торғас, йәне һурылып сыҡҡандай булды. Түҙеме бөттө һәм: “Бирә һалығыҙ”, – тип ынтылды. Яратты шул, ҡарап, һөйөп туя алманы. Тик ниңәлер был бәхете лә оҙаҡҡа барманы. Ниңә генә шулай булды һуң? Уйламағанда! Көтмәгәндә! Һау кеүек ине лә. Бер ере лә ауыртҡан кеүек түгел ине. Мыжыманы, юҡҡа борсоманы. Шул көн иртәнсәк прививка яһап киткәйнеләр, уныһы ла укол түгел, ә ауыҙына ике тамсы тамыҙыуҙан ғибәрәт ине. Туйғансы имеп,   йоҡоға талды бала … һәм шунан уянманы ла ҡуйҙы. Әсә бәләкәсе ятҡан арала әллә күпме кер йыуҙы, иркенләп сәйләп алды, унан үҙе лә серем итте. Инде һаман да уянмаған сабыйын иркәләп кенә күтәреп алғайны, тегеһенең тынын һиҙмәне. Бер аҙ һелкеткәндәй итте. Унан, ҡобараһы осоп, сикәләрен тотҡоланы, унда ла ҡыбырламағас, ашығып, төргәктәрен сисеп ташланы ла, аңына барып еткән ҡурҡыныстан аҡылын юйып, тыпырсынып сарылдап ебәрҙе. Үҙәк төбөнән сыҡҡан ауазы ике ҡатлы бинаны ғына түгел, эргә-тирәләге урман-тауҙарҙы, хатта йыһанды ла иңрәткәндер. Кемдәрҙер инеп, үҙен тотто, кемдәрҙер баланы алды… Ике көндән генә һушына килде ҡатын. Богдан Родионович сабыйҙың йөрәге насар булған, үҙ аллы оҙаҡ эшләй алмаған, тип аңлатты һуңынан. Шул мәлдәрендә янынан китмәне, уколдар ҡаҙап, йылы сәйҙәр эсереп, башынан һыйпап ҡына торҙо. Әллә ниндәй шифалы һүҙҙәр таба белде, һарғайып ҡына үлеп китергә бирмәне табип. Әле бынау Булат килеп, шул кеше хаҡында нимәлер тип ышандырып маташа. Ни булған уға? Шундай юҡ-бар һөйләп, иғтибарын йәлеп итергә уйлаймы? Улай тиһәң, аҡылһыҙ егеткә оҡшамаған да…

 

 

***

Өмөттәре аҡланманы Сергейҙың. Һуңғы сиккәсә ошо ҡараңғылыҡта ҡапыл ғына күк көмбәҙе асылып китер ҙә, яҡты өмөт сатҡыһы юлын яҡтыртып ебәрер, тип көткәйне. Тик улай булманы. Табиптар «донорһыҙ, күп булһа, ике ай» тип, һуңғы ярты йылда донъяларын ялмап алған ҡараңғылыҡты бөтөнләй бушлыҡҡа әйләндерҙе. «Нисек? Нисек ике ай?», - тип, кардиохирургия бүлеге мөдиренең яғаһынан алһа ла, хәлдең сараһыҙлығын бөтөн күҙәнәктәре менән тоя һәм ошо хаяһыҙлыҡтан да ярһый ине ул. Был мәл бөтөн тормошо, донъялағы барлығы һәм донъяһы үҙе лә бер ни хаҡҡа торошһоҙ булып ҡалды. Әрнеүе үҙәгенә үтеп ҡарғаны был аллаһыҙ бушлыҡты. Булһа,  ишетергә тейеш ине бит ул алла, шул ҡәҙәр ялынып-ялбарыуҙарын да ишетмәгәс… юҡтыр…

Көтөлмәгәйне бәлә. Аңғармаҫтан, аҫтыртын килде. Килде лә йығаһынан, тәгәрәтәһенән һуҡты. Күҙ алмаһылай булған, иркәләп-һөйөп кенә үҫтереп килгән дүрт йәшлек ҡыҙҙарына бер көн килеп башҡа һыймаҫлыҡ диагноз ҡуйҙылар: йөрәк. Имеш, шул кескәй генә бала йөрәгенең ике клапаны эшлектән сыҡҡан. Имеш, ҡалған икәүһе лә ауырлыҡ менән генә лерпелдәп тора. Ышанманы быға Сергей. Район табибының ғына хәбәрен эшкә һанаманы. Ул бит әле ул-былға алданып барыр ауыл ҡарты түгел, ә район эске эштәр бүлегенең баш тәфтишсеһе, аңлы, белемле кеше. Ҡатынын да, юҡҡа паника ҡуптарма, тип кенә тыйҙы ла, шул көндө үк ҡыҙын өлкә клиникаһына алып китте. Шундай ышандырғайны бит ул Любаһын, «Беҙҙәге наҙандар нимә белә», – тип кенә ебәргәйне. Аҙаҡ аҡланыр ҙа, йыуатыр ҙа һүҙ тапманы.

Ғаилә бөтә көсөн шул сиргә ҡаршы көрәшкә һалды. Любаһы, эшен ташлап, һәр минутын балаһына бағышланы. Сергей дауалау этаптарын үтеүгә, машина яңыртам, тип, йыйғандарын да, машинаһының үҙен дә тотондо. Унан ҡала хәйриә ойошмаларының ярҙамдарын тапты, танышлыҡтарын, мөмкинлектәрен файҙаланып, төрлө табиптарға, клиникаларға сыҡты. Дауаланыу курстары өлкәлә лә, баш ҡалала ла үтелде, тик ыңғай һөҙөмтәләр генә булманы. Сырайында ауырыуҙың төҫө лә булмаған, уйнап-көлөп йөрөгән сабыйҙарына ҡарап, эстән янып ҡарайҙы ата-әсә. Любаһы йәшереп илап, Сергей төн йоҡоларынан яҙып ҡартайҙы һуңғы бер нисә айҙа. Дауаланыу һөҙөмтә бирмәҫен аңлағас, операцияға яҙылып, донор көтә башланылар. «Срочниктар» теҙмәһенә индерҙеләр ярай ҙа, әйтелгән хаҡтан сикәләрендәге ҡан тамырҙары шартларҙай булып бүртеп сыҡһа ла, Сергей тешен ҡыҫып, ҡағыҙҙарға имзаһын һалды. Сауҙалашып торор саҡмы ла, балаң ғүмерен аҡса менән үлсәп буламы? Ҡайтып, һис икеләнеүһеҙ фатирҙарын һатыуға ҡуйҙы ла, иң кәрәкле генә әйберҙәрен алып, әсәһенә күсте. Ҡыҙы менән ҡатыны клиникала йәшәй, тигәндәй.

Бер-ике ай эсендә донор мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, тинеләр. Хәҙер инде Сергей һәр иртәһен табипҡа шылтыратып, хәл белешеүҙән башлай ҙа, ике-өс көн араһында уның ишек төбөн тапай. Бик аңлай уны табип. Шылтыратыуҙарына ипле генә яуап бирә, ҡул биреп күрешеп ҡаршы ала, яурынынан ҡағып, йөҙөнә төбәлеп һөйләшә, тынысландыра, өмөтләндерә. Һауа етмәй һуҡлыҡҡанда тәрән итеп тын алып ебәргәндәй була уның менән осрашҡанда Сергей. Хирургтың хәстәрлегенән күңеле тулып китә, хатта сабырлығы һынып, һыңҡылдап илап та ебәрҙе бер. Уның алдында оят түгел кеүек. Ул бит аңлай, ул белә.

Фатир һатылып, аҡсаһы ҡулға алынғас, инде донор табылып, операцияға әҙерләнгән арала ғына нимәлер яҙлыҡты, нимәлер яңылыш китте был ҡыл шикелле генә итеп һуҙылып тарттырылған юлда. Көтөлгән ваҡытҡа ҡайҙандыр ебәрелде, тигән йөрәк килеп етмәне. Табип бик борсолған ҡиәфәттә: «Донорҙы һуңғы сиктә яраҡһыҙ тип тапҡандар», – тип хәбәр итте. Үҙенең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды шул мәл Сергейҙың. Йә ысынлап өҙөлөп кенә төшмәне. Исмаһам, ҡатынына бындайҙы еткермәҫ ине. Икәүләшеп аптырау сигендә ултырып ҡалдылар. Был тиклем дә ярҙамһыҙ һәм сараһыҙ итеп тойғаны юҡ ине үҙен ир кеше. Әле килеп балаһын, ҡатынын түгел, үҙен дә яҡлай алмаҫлыҡ хәлһеҙ булып һуҙылып төштө лә ятты. Түңкәрелеп кенә китһә икән ошо мәлдә бөтөн донъяһы! Юҡ шул, донъяһы ла шул уҡ, бәләһе лә. Барыһына ҡул һелтәп, үлеп кенә лә булмай. Үлә алмай шул ул, балаһын бындай хәлдә ҡалдырып китә алмай. Аҡсаларын йомарлап, сумкаһына тултырып алды ла донорҙы үҙе эҙләп сығып китте Сергей. Бөтөн булған клиникаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, сил өлкә, сит ил дауаханаларына ла, шәхси ойошмаларға ла мәғлүмәттәр ебәрҙе. Күптәренә үҙе барып инде, табиптарҙы күреп һөйләште, ниндәй хаҡҡа ла ризалығын белдерҙе. Асырғанып ярҙам һораны барыһынан да, үтенде, инәлде, ысҡынып китеп ҡысҡырҙы, талап итте. Шулай ҡаңғыра торғас, бер клиниканан “баланы алып килергә мөмкин” тигән йыуаныслы саҡырыу алғайнылар… өлгөрмәй генә ҡалдылар. Иртәгә юлға сығабыҙ тигән төндә ҡыҙҙары йоҡоһонда йән биреп ҡуйҙы. Шул ҡәҙәр шаңҡыны ата менән әсә, Любаһы үҙе шунда иҫен юйып йығылһа, Сергей ҡапыл эсе бушап, барына ла битараф булғандай торошҡа инде лә ҡуйҙы. Шул халәтендә балаһын нисек ерләгәндәрен дә хәтерләп етә алмай. Иланы микән, кемдәр килде-китте – белмәй ҙә хатта. Бер аҙ иҫенә килеп, уйлау һәләте ҡайтҡас, аңында барыһын да баштан алып әйләндерҙе лә үҙ-үҙен ғәфү итә алманы. Алданыраҡ ниндәйҙер юлдар тапмағанына, ҡыҙыуыраҡ тотонмағанына, сирҙе лә иртәрәк асыҡлай алмағанына ғәйепле тойҙо. Ул бит атай кеше, ул белергә, аңларға, балаһын һаҡлап ҡалыу өсөн йән аямай айҡашырға тейеш булған. Берҙән-бере, ҡыҙсығы уны ғәфү итмәҫ. Һаҡлай алмағаны өсөн атаһын кисермәҫ. Ошондай уйҙарҙан сәсе ағарҙы ирҙең. Күпмелер ваҡыттан эшкә сыҡҡан майорҙы хеҙмәттәштәре танымай торҙо. Төп-төҙ баҫып йөрөгән ғорур ҡарашлы, имәндәй хәрби урынына яурындары төшкән сал башлы ҡарт килеп ингәндәй булды. Ҡайғы бөккәйне, бөтөргәйне ирҙе.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: