0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Октябрь 2018, 17:11

Был донъяның кеме юҡ... Һәнәк 9, 2018. й.

Ай буйына Себерҙә эшләй ҙә өйөнә ҡайта. Шунан айға һуҙылған байрам башлай... (Көн ҡаҙағына һуҡҡан материалды тотошлай уҡыр өсөн яҙманың исеменә төртөгөҙ).

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА
БЫЛ ДОНЪЯНЫҢ КЕМЕ ЮҠ...
Урта йәштәрҙәге Гөлләриә ханым, сәхнәгә сыҡҡас, микрофонды һыйпап, бер килке уйланып тора ла тәрән көрһөнә.
– Әй-й-й, был донъяның кеме юҡ… Кәлиҙең кибетенә барғайным. Шунда барһаң, ауылдаштарыңды күрәһең. Әле Әүхәз ағайҙы осраттым. Ай буйына Себерҙә эшләй ҙә өйөнә ҡайта. Шунан айға һуҙылған байрам башлай. Кибетте беҙ «супермаркет» тибеҙ. Шул супермаркеттан араҡыһын, коньягын һәм башҡаһын буйтым өйөнә ташый. Ҡалған аҡсаһын һатыусынан алмай:
– Сдача кәрәкмәй! Был – сәйлек! – ти ҙә текә баҫып, башын ғорур тотоп сығып та китә. «Сәйлек» күпмелер, һатыусы ғына белә. Һатыусының һөрөнкө йөҙө айҙан былайыраҡ балҡыуына ҡарағанда, «сәйлек»тең аҙ булмауын тоҫмаллайһың. Аҙаҡ шуныһы ла асыҡланды: баҡһаң, абзый ҡайҙа ла аҡса менән иҫәпләшкәндә артып ҡалған аҡсаһын алмай икән. Шуға ла күптәр – бигерәк тә һатыусылар – уны ярата. Ихлас йылмайып ҡаршылайҙар, маҡтап-ҡуптап оҙаталар. «Ҡалған сдачаңды, зинһар, ал!» тип, береһе лә артынан йүгереп сыҡмай.
«Көн дә байрам» менән ай үткәне һиҙелмәй, китергә ваҡыт етә. Аҡса бөткән – юллыҡ та юҡ. Кешеләр үтес бирмәй. Әллә бирерҙәр ине – улар ҙа аҡсаһыҙ. «Ҡылығына ҡарата таман…» тип үсәүселәр ҙә бар.
Ҡатыны Зәринә, ҡыҙына бирнәлеккә әҙерләгән әйберҙәрҙе ярты хаҡҡа һатып, юллыҡ йүнәтә: ирен Себергә һөргөнгә, әй, эшкә ебәрә. Йыл буйына шул хәл ҡабатлана.
Аҡса һанлағанды, һанағанды, һаҡ булғанды ярата шул.
Читайте нас: