+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Октябрь 2018, 19:06

Урман хужаһы. Ринат НОҒОМАНОВ. Хикәйә.

Тауыш ишетелеп ҡалған яҡҡа ыңғайланым. Бара биргәс, гөрһөлдәп ағас ауғаны ла ҡолаҡҡа салынды. Мин ҙур ғына аҡланға килеп сыҡтым. Унда, һирәк сауҡалар араһында...

Йылдың ғәжәйеп миҙгеле – алтын көҙ етте. Ҡырға сыҡһаң, һинең алдыңа һәр төрлө төҫтәргә мансылған әкиәти урман килеп баҫа һәм... тынлыҡ. Ер өҫтөндә дауыл алдынан ғына була торған һиллек хөкөм һөрә. Көҙгө йонсоуҙар башланмаҫ элек, әбейҙәр сыуағының наҙ тулы ҡояшына иркәләнеп ҡалайым, тигән һымаҡ тәбиғәт ирәйә. Ошондай көндө балаларыңа мөғжизә тулы урман-ҡырҙарҙы күрһәтеп йөрөп ҡайтмау – үҙе оло гонаһ.
Бер көндө, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көҙгө эштәрҙе күтәреп һуҡтыҡ та, миләш йыя сыҡтыҡ. Ниәтебеҙ, бәғзе берәүҙәр кеүек уны аҡсаға тапшырып, кеҫә ҡалынайтыу түгел, бары үҙебеҙ өсөн генә. Миләш емешенән әҙерләнгән ҡайнатманың шифалыҡ яғынан тиңе юҡ бит ул. Ошоно күптәр белмәй генә.
Ана, ялҡын ише янған миләш, әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташланып: «Мин бында!» – тип ҡысҡырып ултыра. Урман­дың үҙенә күрә бер йәме инде! Хәтәр уңған да икән быйыл. Уның нәфис-һығылма ботаҡтары тос та, һәлмәк тә тәлгәштәренә көстәре етмәй, эйелешеп торалар. Миләш уңған йылды күп кенә кейек-ҡошҡа ҡыш сығыуы ла еңелерәккә тура килә. Уның әскелтем емештәрен бигерәк тә айыу менән һуйыр ныҡ яратыусан. Осраһа, башҡалары ла баш тартмаҫ...
...Уйҙарымды ҡайҙалыр яңғырап киткән тоноҡ балта тауышы бүлдерҙе. Туҡтала биреп ҡолаҡ һалам: яҡында ғына ишетелә һымаҡ. Әлеге шул һарау белмәҫ ҡала кешеләрелер әле, башҡаса кем булһын...
Тауыш ишетелеп ҡалған яҡҡа ыңғайланым. Бара биргәс, гөрһөлдәп ағас ауғаны ла ҡолаҡҡа салынды. Мин ҙур ғына аҡланға килеп сыҡтым. Унда, һирәк сауҡалар араһында, тумырып йығылған йыуан ғына миләш ағасы ята ине. Ә иң ҡыҙығы шул (мәгәр быны, ҡыҙыҡ, тип атап булһа!): суғым тәлгәштәрҙе, ошо ағасты күҙ ҡараһылай ҡурсаларға тейешле... урман ҡарауылсыһы тиреп маташа. Мин, ни уйларға белмәй, һушымды ла йыйып ала алмайса, бер талай шаҡ ҡатып торҙом. Шул арала балалар ҙа йүгерешеп килеп етте. Уларына нимә тип әйтергә инде хәҙер?
– Ошо рәүешле тәләфләмәйсә генә йыйып булмаймы һуң, ағай, – тинем аптырап.
– Бигерәк бейек тә баһаң, буй етеңкерәмәй, – булды ғәмһеҙ яуап.
– Буй етмәй, тип һәр ағасты йыға башлаһаң... Йәл түгелме?
– Заданиены ла көс етмәҫлек итеп бирәләр ҙә. Бирмәһендәр! Уны бит үтәргә лә кәрәк. Бөртөкләп йыя башлаһаң... – ағайым теш араһынан серт төкөрөп ҡуйҙы, – ҡурҡма, ҡустым, урманға үҙебеҙ хужа...
Миңә балаларым алдында нисектер ҡыйын булып китте: баҡтиһәң, миләште мин кемдәндер ҡурҡҡанлыҡтан тумырмайым булып сыға! Унда-бында ғына торған емештәрҙе йыйҙырып үҙҙәрен аҙапландырам һымаҡ. Алдымда торған күҙле бүкәнгә башҡаса әйтер һүҙ таба алманым. Һирәк-һаяҡ үҫкән миләш ағасын, ошолай, емеше өсөн генә һәләк итеү ярамаған эш икәнлеген урман хужаһы һынлы әҙәмгә нисек итеп аңлатып тормаҡ кәрәк? Хәйер, аңлатам тиһәң дә аңламаясаҡ: үҙен хужа тип атаған ҡарауылсы йоратының мәғәнәһеҙ йырылған ауыҙына ҡарап мин ошоға төшөнә алдым. Ҡот осҡос: уның өсөн ғажиз бер ҡыуаҡты выждан ғазабы кисермәйсә ауҙарып, емешен йыйыу, шуның менән заданиеһын мәлендә үтәү – яп-ябай бер эш кенә! Үҙенең ярты-йорто вазифаһын башҡарыу ғына. Ә тәүге яртыһы? Шул емеште биргән ағасты һаҡлау кәрәк, тигәне? Йәшел тирәсле фуражка кейеп алған хәсрәт «урман хужаһы» был хаҡта уйлай ҙа белмәй ине шикелле. Был әҙәм өсөн, күренеп тора, гүзәллек менән матурлыҡ, һаҡсыллыҡ менән бурыс тигән төшөнсәләр бөтөнләй ят нәмә. Ҡыҙыҡ, ә уны ошо вазифаға тәғәйенләп ҡуйған кеше үҙе ниндәйерәк бәндә икән?..
Аяҡ аҫтыбыҙҙа аунап, киҫелгән миләш ағасы ята. Уның ҡыҙара башлаған япраҡтары, фани донъя менән мәңгелеккә бәхилләшкәндәрен белгән һымаҡ, талғын елгә елберҙәп шыптырлашҡан булалар. Ә «урман хужаһы» ғәләмәт тос тәлгәштәрҙе һындырып, дәү тоғона тыңҡыслай-тыңҡыслай тултырыуын белә. Хатта беҙгә лә тәҡдим итә. Йомарт икән! Тик, ниңәлер, ҡаршыбыҙҙа ғына ятҡан әҙер емештәргә үҙемдең дә, балаларымдың да һис ҡағылаһы килмәй. Ул ғынамы, әле генә барыбыҙҙы солғап алған күтәренке кәйефтең дә эҙе лә ҡалмай...
Читайте нас: