+19 °С
Ясно
Очистить
1
Көлгәнгә – көлкө
Бензин тирәләйЮбилярға иң оҡшаған бүләк бажанан булды. Ул ике канистр бензин тотоп килгәйне. ***
12 Августа , 11:15
2
Торт киҫәге
Торт бөтөн саҡта — өйҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Барыһы ла йылмая, сәй эсә, әҙәпле генә: «Кемегеҙгә тағы бүлеп бирәйем?» — тип һораша. Ләкин һыуытҡыста бер генә киҫәк ҡалдымы — барыһы ла үҙгәрә. Атмосфера көсөргәншле булып китә. Был хәҙер ябай десерт түгел, ә ысын артефакт.
12 Августа , 10:50
3
ҒАШИҠ...ҠАҘҘАР
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА Йәй буйына бергә-бергә бер төркөм булып Һаҡмарға барып, кис еткәс теҙелешеп бергә генә ҡайтып йөрөгән аҡыллы ғына ҡаҙҙарымдың береһенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы бит! Башҡалары ҡайта, был юҡ. Эҙләп сыҡһаң, һаҡ ҡына, "важно" ғына баҫып, күрше Фәрхәнә апайҙың ҡаҙҙары араһында йөрөй. Ҡайтырға уйында ла юҡ. Был хәл көн дә ҡабатлана башлағас, барып етте минең башҡа: ҡаҙым ғашиҡ булған бит! Күршенең ҡараҡай ғына ҡаҙына! Эй шунан күҙәтә башланым тегеләрҙе.
12 Августа , 10:25
4
"ҺӘНӘК" күҙлегенән
Башҡортостанда “Мин бары үҙем – Рәмил Бәҙретдинов менән генә ярышам. Былтырғы, өсөнсө йылғы Бәҙретдиновтан күберәк эшләһәм – ғорурланам. Минән һәйбәт летчик, төҙөүсе, архитектор сығыр ине. Әммә мин бөгөн – санаторийҙар хаҡында барыһын да белгән шәп врач, менеджер, идара итеүсе, етәксе. Мин ял итеү йорттарын табышлы итеү серҙәрен яҡшы белгән кеше. Тап шуға күрә лә Бәҙретдинов менән генә ярышам”.Красноусол шифаханаһы етәксеһе Рәмил Бәҙретдиновтың “Башинформ” агентлығына биргән ошо интервьюһын...
12 Августа , 09:40
5
Ҡауындан бик тәмле ҡайнатма
Кәрәк: 800 грамм ҡауын (дыня), 1 лимон, 400 грамм шәкәр ҡомо.
12 Августа , 07:05
6
Яҡшыға юрау
Африкала йәшәүсе батшаның бала саҡтан бергән уйнап үҫкән дуҫы булған. Бер ҡыҙыҡ ғәҙәтле: ниндәй генә хәл килеп сыҡмаһын: «Яҡшыға был!» – тип әйткән. Бер ваҡыт, ауҙа йөрөгәндә, һәр ваҡыттағыса дуҫы батшаға ҡоралын әҙерләп биргән. Тик ниндәйҙер яңылышлыҡ арҡаһында ҡорал атып ебәргән һәм батшаның бер бармағын өҙгән. Дуҫы ҡарап торған да: «Яҡшыға был!» – тигән. Ә батшаның асыуы сыҡҡан: «Юҡ, яҡшыға түгел!» – тип дуҫын төрмәгә ултыртырға ҡушҡан.
12 Августа , 06:20
7
Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар икенсегә атай-әсәй булған
Йырсылар ғаиләһендә бик ҡыуаныслы ваҡиға – уларҙың улдары тыуған. “8 август – беҙҙең бәләкәс улыбыҙҙың донъяға ауаз һалған көнө”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша улар социаль селтәрҙә.
12 Августа , 06:00
8
Татарстандағы фажиғә хаҡында
Радий Хәбиров Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡорбандар бар, - тине үҙенең сәхифәһендә Радий Хәбиров һәм бөтә Башҡортостандан ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. 
11 Августа , 16:15
9
Ысын күңел байрамы
Ошо көндәрҙә “Түрә хан” визит-үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй журналистикаһы легендаһы, 30 йыл дауамында  “Һәнәк” журналын етәкләгән Һәнәк ағай – Мар. Сәлим менән йәнле осрашыу үтте.
11 Августа , 16:00
10
Рамай ҠАҺИР ҺЫҢАР БЕЙӘЛӘЙ
Шәғәли ҡарт бөгөн иртән, Сәмиғә ҡарсығы менән сөкөрҙәшеп сәй эсеп алғас, ихатаға өйрәк-тауыҡтарын ашатырға сыҡты. Ноябрҙең аҙағы етеп килә, теге  аҙнала ҡалын ғына ҡар яуғас, кинәт һыуытып ебәрҙе. Етмәһә, бөгөн әсе ел сыҡҡан. Ана «Юлдаш» радиоһы һөйләүенсә, урыны менән егерме ете градусҡа тиклем һалҡынайтырға тейеш. Алдағы аҙнала ҡалала йәшәгән  ҡыҙҙары  ялға  ҡайтҡандарында,  өйрәктәрҙе  һуйып, эшкәртеп алырға кәрәк. Йылҡы,  һыйыр ите булмағанда, өйрәк тә танһыҡҡа бик дан була. Эшкәртеп,...
11 Августа , 09:05
11
Харис ШӘРИПОВ ГАЗ
Юмореска   Күптән көткән зәңгәр яғыулыҡ, ниһайәт, Сороғол ауылына ла килеп етте. Өс саҡрымда ғына ятҡан Тирмәнселә халыҡ биш йыл инде зәңгәр яғыулыҡ ҡулланып рәхәтләнә. Ғүмер баҡый утын әҙерләп яфаланған кешеләр ҡыуанып бөтә алмай. “Иң рәхәте газ икән, шунан һуң ғына ирем Насип”, – тип әйтә ти Гөлбикә исемле ҡатын. Был һүҙ, лаҡап булып, бөтә-тирә-йүнгә таралды. Газ үткәреүсе бригаданың етәксеһе Рафаил, Сороғолдоң һәр йортона кереп, килешеү төҙөнө. Ҡаршы килеүсе булманы. Күптән көтәләр ине...
11 Августа , 08:50
12
Башҡортостанға йәнә эҫе килә
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә төбәктә яуым-төшөм аҙ буласаҡ.   Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26°.
11 Августа , 05:10
13
Өс аҙыҡтан бер ваҡытта ла баш тартма
Ябығырға теләп йә булмаһа дөйөм сәләмәтлеген нығытыу өсөн төрлө диетала ултырыусылар һаны артҡандан-арта. Бына шундайҙарға (диета тотмағандарға ла), табиптар фекеренсә, туҡланыу рационынан түбәндәге өс аҙыҡты алып ташларға ярамай.
10 Августа , 16:38
14
“Үтәбаев Әхмәр башҡарыуында көлөү!”
Әсәйемдең күкрәк һөтө тел осомда һаман. Әммә миңә был ләззәттән бик-бик иртә айырылырға тура килде. Йәш ярымлыҡ сағымда минән һуң тыуған Әхтәм ҡустым хужа булып алды был урынға. Нимәһе иҫемдә: ҡустым әсәйемдең күкрәк һөтөн соңҡолдатып имә, мин яҡынлаһам, сәсрәп илап, ҡыуып ебәрә. Бик-бик ҡыйын булһа ла, миңә был ләззәт донъяһын иртә юғалтырға тура килде. Талашып имеп, фәтеүә сыҡмағас, үсегеп, илай-­илай ишегебеҙ алдына сыҡтым да, оло донъяға ҡарап торам.
10 Августа , 16:12
15
ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТТАН ТҮГЕЛ, КЕШЕ АҠЫЛҺЫҘЛЫҒЫНАН ҠУРҠЫҒЫҘ!
"Яһалма интеллект контролдән сыҡҡан", "Үҙаллы агенттар тест мөхитенән ҡасҡан". Үткән аҙнала киң мәғлүмәт сараларының яңылыҡтар таҫмаһында ошондай хәүефле хәбәрҙәр күбәйҙе. Ысынбарлыҡта ни булған һуң? Был һорауҙы Рөстәм Нурыев һәм уның ЯИ-ғалим ассистенты Айзиһен Фән улы асыҡланы. Баҡһаң, был "хилафлыҡтар" артында яуыз алгоритмдар түгел, ә кеше хатаһы, иғтибарһыҙлығы һәм тәжрибәнең оҙайлы ваҡыт күҙәтеүһеҙ ҡалыуы икән.
10 Августа , 11:35
16
Башҡортостан журналисы яуҙашын ҡотҡарған ваҡытта аяғын юғалтҡан
«Юлдаш» радиоһы журналисы Бәйтулла Фәтҡуллин — ысын герой. 21 июлдә ул яралы хеҙмәттәшен ҡотҡарыу өсөн ут эсенә ингән. Тик позицияһына ҡайтып өлгөрмәгән — яҡындағы ағастарға 15 метр ғына ҡалған… Һәм — көслө шартлау. Пехотаға ҡаршы мина уның аяғын өҙгән.
10 Августа , 11:22
17
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар батальоны булдырылды
Башҡортостандың яңы пилотһыҙ системалар батальонына хәрбиҙәр туплау башланды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, яңы батальон төҙөү тәҡдиме менән хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар мөрәжәғәт иткән.
8 Августа , 05:15
18
Башҡортостанда медицина үҫеше
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медицинала лидерлыҡ: төбәк һаулыҡ һаҡлау системаларына идара итеү» программаһының өсөнсө модулендә ҡатнашыусылар менән осрашты.Сара «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» президент платформаһының айырым бүлеге булған «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһы менән берлектә үткәрелә. Ул табиптарға Башҡортостанда медицина үҫеше хаҡында һөйләне.
7 Августа , 07:30
19
Урыны ишек төбөндә ине...
Мәймүнә, ҡырҡты үткән ҡарт ҡыҙ, ауылда кемдә ҡунаҡ, туй, ҡайҙа өмә, йә концертмы, йыйылышмы - шунда ине... Уны атап саҡырыусы ла, уның барлығын йә юҡлығын абайлаусы ла, иғтибар итеүсе лә юҡ. Ниндәй йөкмәткеле сара булмаһын, ваҡытынан алда барып, ишек төбөндәге урында ултыра ул. Бер ҡасан да хәбәргә, мәрәкәләшеүҙәргә ҡушылмай, башҡалар һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай, ҡайһы берҙә генә ҡабат-ҡабат йөрөгән лаҡаптарҙы төҙәтеп ебәрә, кеше ыңғайына көлгән була. Ҙур ғына кәүҙәле булһа ла, уның ҡасан...
6 Августа , 15:40
20
Ризван ХАЖИЕВ МӘСХӘРӘ
Хикәйә Ире Хисмәттең көн һайын тиерлек эштән “ҡыйыш тейәп” ҡайтып, юҡ-бар сәбәпкә тауыш ҡуптарыуы, хатта тәнен күгәрткәнсе иҫһеҙ итеп туҡмауы тамам еләткәйне уны. Өйгә кереү менән итеген дә һалмай түргә менеп ҡунаҡлай ҙа ашарға таптыра башлай, ә аш күптән әҙер, өҫтәлгә ҡуяһы ғына ҡалған. Балалары ла, аталарын көтөп, кис буйы ас ултыра. Күҙҙәре тонған Хисмәткә шул ғына кәрәк. Ҡатынының аш-һыу араһында йүгереп йөрөүенә ҡарамаҫтан, өҫтәлдәге ризыҡтарҙы бысраҡ ҡулы менән һыпырып төшөрә лә ун...
6 Августа , 14:55